Найти тему
Башҡортостан гәзите

Халыҡтың күңеле күтәрелде

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Асҡын районының Иҫке Ҡаҙансы ауылында быйыл төҙөлгән табиплыҡ амбулаторияһы халыҡҡа медицина хеҙмәте күрһәтә башланы. 1848 кешене ҡабул итергә өлгөргәндәр ҙә инде. Яңы табиплыҡ амбулаторияһы Иҫке Ҡаҙансынан башҡа тағы 14 тораҡ халҡын хеҙмәтләндерә. Ике меңдән ашыу кеше тап ошонда медицина ярҙамын ала. Амбулатория бөтә заманса стандарттарға һәм санитар нормаларға яуап бирә. Өр-яңы ҡорамалдар менән эшләү табиптарға ла күңелле. Бинала көндөҙгө стационар, процедура, прививка кабинеттары, терапевт, педиатр, акушер бүлмәләре урынлашҡан. – Табиплыҡ амбулаторияһы ауыл халҡы өсөн бик мөһим. Улар ҙур теләк менән ҡабул итеүгә килә, сөнки өйҙән алыҫ булмаған медицина пунктына йөрөү уңайлы, медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бөтә уңайлыҡтар бар, – ти участка терапевты Айгөл Сабитова. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.