Үҙҙәренең әүҙемлеге, тормошҡа ҡараштары, егәрлелектәре менән йәштәргә өлгө булған оло йәштәгеләр һәр ваҡыт һоҡланыу уята. Күптән түгел Бөтә Рәсәй “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” асыҡ академияһында ошондай тынғыһыҙ замандаштарыбыҙҙың береһе 87 йәшлек Әнисә Әхмәтшина менән таныштыҡ. Шишмә районының Тәпәреш ауылынан ул. Махсус хәрби операция башланғас, яугирҙәр өсөн әллә күпме өс бармаҡлы бирсәткәләр, йөн ойоҡбаштар бәйләгән. Ул ғына ла түгел ауылдаштарынан гуманитар ярҙам йыйғанда ла был эштәрҙең уртаһында ҡайнап йөрөй. ”Мин тыуған илемдең патриоты, йәнтөйәгемдең ирекмәне” , – ти ул. Тыумышы менән Дәүләкән районынан булған инәйҙең бала сағы Бөйөк Ватан һуғышы осорона тура килгән, шуға һуғыш михнәттәренең нимә икәнлеген бала саҡтан татый. – Балалыҡ йылдарымды һуғыш урланы. 1941 йылда атайым фронтҡа китте. Беҙ, туғыҙ бала әсәйем ҡарамағында ҡалдыҡ. Тормошта ярты юлда тороп ҡалмаҫҡа, үҙ көсөңә ышанырға кәрәклеген ғаиләлә белеп үҫтек. Атайым да был йәһәттән өлгө күрһәтте, ҡаты яраланып, һуғыш инвалиды булып ҡайтһа ла, ауырлыҡтарға бирешмәне, беҙгә ныҡышмаллыҡ өлгөһө булды, – тип тип һөйләне әңгәмәсем. Был сифаттар уға артабан донъя көткәндә лә ярҙам итә. 18 йәшлек кенә сағында фермаға эшкә килә һәм 40 йыл һауынсы булып хеҙмәт итә. Алдынғылыҡтан төшмәгән Әнисә Абдулла ҡыҙы республиканың һәм райондың алдынғылар слетында ҡатнаша, күп тапҡыр маҡтау грамоталары менән бүләкләнә, колхоздың почет таҡтаһында тора. Ғаилә ҡорғас, донъяһын да матур итеп көтә. Тормош иптәше менән биш бала үҫтерәләр. Бала саҡтан һалынған хеҙмәт яратыу, башҡаларға ярҙам итеү сифаттары олоғайғас та юғалмай. Махсус хәрби операция башланғас, ҡулынан килгәнсә яугирҙәргә ярҙам итеү хәстәре менән яна. – Махсус хәрби операция башланғас, ситтә ҡала алманым. Ауылдаштарым араһында гуманитар ярҙам ойоштороу эшенә тотондом. Яугирҙәр беҙҙең ярҙамыбыҙҙы, өйҙәге йылылыҡты тойорға тейеш. Битараф булмаған ауылдаштар, райондаштар ярҙамы менән бик күп әйберҙәр оҙаттыҡ. Бының менән туҡталып ҡалмаясаҡбыҙ. Йыш ҡына минән ауылдаштарым киләһе гуманитар ылау ҡасан ебәрелеүен һораша. Улар битараф түгел икән, тимәк, мин уларҙың йөрәгендә изгелек тойғоларын уята алғанмын. Беҙ артабан да һалдаттарыбыҙға ярҙам итәсәкбеҙ. Яугирҙәргә ышаныслы тыл булып, үҙебеҙҙең йылылығыбыҙҙы биреп рухи яҡтан нығытабыҙ, – тип һөйләне Әнисә Әхмәтшина. “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе “ асыҡ академияһында ул Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән дә әңгәмәләште. Ил етәксеһенә тынғыһыҙ эшендә уңыштар теләне. Автор фотоһы.