Баҡалы районында командировкала булғанда Ахман мәктәбендәге бай йөкмәткеле музей менән таныштыҡ. Музей экспонаттары араһында ҡул тирмәне иғтибарҙы йәлеп итте. Ул яҡшы һаҡланған. Өрөлтөп тә ҡараным – еңел әйләнә. Ә бит ошо ҡул тирмәндәре заманында бик кәрәкле әйбер булған. Ул халҡыбыҙҙы туйындарған, тип әйтергә мөмкин. “Башҡортостан Республикаһының матди булмаған мәҙәни мираҫ китапханаһы” сайтында ҡул тирмәне тураһында ошолай яҙғандар: “Ҡул тирмәне менән бәйле легендалар һәм ышаныуҙар Бик күп цивилизацияларҙа таш тирмән үҫеш, үҙгәреш символын тәшкил итә. Аҫҡы таш – ул ер, өҫкө таш – күк. Боронғо ҡорамал менән бәйле халыҡ ышаныуҙары ла күп. Мәҫәлән, Ишембай районы халҡы фекеренсә, таш тирмәнде өй нигеҙенә һалғанда, йортҡа бәхет киләсәк. Ҡул тирмәне бала табыу йолаларында ла сағылыш таба: ауырлы ҡатынға тирмән тартыу тыйыла, кендек бауы баланың муйынына уралырға мөмкин. Тирмән топонимик легендаларҙа ла осрай. Мәҫәлән, В.И. Даль Тирмәнтау эсендәге Тирмәнташ мәмерйәһе эсендә аҡҡан йылғаны тасуирлағанда: "Шайтан упҡынына тирмән тартырға керҙе", – тип яҙа”. “Тирмән – боронғо көнкүреш ҡоралдарының береһе. Бәлки, ул тәгәрмәстән дә иртәрәк уйлап табылғандыр. Ғалимдар фекеренсә, ата-бабаларыбыҙ тирмәндәрен таш быуатта уҡ (б.э. тиклем 10‒3 мең йыллыҡтарҙа) ҡулланған. Нимә һуң ул ҡул тирмәне? Был ябай механик көнкүреш ҡорамалы парлап эшләнгән ике яҫы ҡалын түңәрәктән торған. Төп функцияһы – игендән ярма йәки он тарттырыу. Ҡул тирмәне Боронғо Грецияла һәм Боронғо Римдә киң ҡулланылған. Был көнкүреш ҡорамалы төрлө күләмле булған, ҙур тирмәндәр ҡол йәки ишәк көсө менән эшләгән. Ҡул тирмәне барлыҡҡа килеү менән иген тартыу эше еңеләйгән, әммә кешенән шулай уҡ бик күп физик көс түгеү талап иткән. Шуға күрә ҡул хеҙмәте машиналар менән алмаштырыла башлай. Башҡорттар ХХ быуат башына тиклем ҡул тирмәндәрен ҡулланған. XII быуаттан алып һыу һәм ел тирмәндәрен төҙөгән, XIX быуаттан алып пар менән эшләгән тирмәндәргә күскән. Башҡорттарҙа ҡул тирмәне М.А. Круковский һүҙҙәренсә, башҡорттар оҫта ҡуллы һөнәрселәр һәм новаторҙар булған. Башҡорт ауылдарында һәр саҡ ниндәйҙер яңы, оригиналь йыһаздар барлыҡҡа килгән. Мәҫәлән, бер башҡорт ҡоҙоғона насос ҡуйған һәм бөтә ауылдаштары шунан һыу алған. Икенсе урында өҫтө ябыулы ырҙын табағы уйлап тапҡандар, ундайҙы башҡа бер ерҙә лә осратып булмаған. Өсөнсө урында ағас өй тирмәне төҙөлгән. Күпселек осраҡта башҡорттар ҡул тирмәндәре һәм һыу тирмәндәре менән ҡулланған. Ағас тирмәндәр ‒ диаметры 40–70 см, бейеклеге 25–30 см ҡайындан эшләнгән ике түңәрәктән торған. Аҫҡы түңәрәктең өҫтө ҡалҡыу, ә өҫкөһөнөң аҫты батынҡы итеп эшләнгән, аҫҡы түңәрәктең уртаһына тимер кендек, өҫкөһөнә махсус тотҡа беркетелгән. Игенде яҡшы онтау өсөн тирмәндең бер-береһенә ышҡыла торған урындарына ваҡ металл өҫтәмәләр ҡағып сыҡҡандар. Өҫкө түңәрәктең ярығына иген йәки кипкән емеште һалғандан һуң, тирмән ҡул менән әйләндерелгән. Тирмән аҫтына быҙау, кәзә йәки ҡоралай тиреһе түшәгәндәр". Мәғлүмәт сығанағы: kitaplong.ru/meal_bash. Рәмилә МУСИНА фотоһы һәм видеоҙмаһы.
Таш тирмәнде өй нигеҙенә һалғанда, йортҡа бәхет киләсәк
22 мая 202422 мая 2024
2 мин