Найти тему
Башҡортостан гәзите

Нефтекамала Эшҡыуарлыҡ аҙналығы старт алды

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Нефтекама ҡалаһында Эшҡыуарлыҡ аҙналығы старт алды. Ҡаланың кадрҙар үҙәгендә социаль контракт төҙөргә өйрәтеү буйынса ҙур булмаған интенсив үтте. Спикерҙар – ҡаланың бизнес-шерифы Лилиә Петрова, Нефтекама ҡалаһындағы “Минең бизнесым” үҙәге етәксеһе Руслан Баянов, мәшғүллек үҙәге белгестәре адреслы социаль ярҙамдың башҡа төрҙәренән нимәһе менән айырылып тороуы, бизнес-планды нисек дөрөҫ рәсмиләштерергә, комиссия алдында бизнес-планды нисек һөҙөмтәле яҡларға һәм дәүләттән үҙ эшеңде асыуға субсидия алырға, шәхси эшҡыуарҙарҙы һәм яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтте нисек бушлай рәсмиләштерергә кәрәклеге хаҡында һөйләне. Адреслы социаль ярҙам программаһының ғәмәлдәге ҡатнашыусыһы Людмила Гранкина үҙенең субсидия алыу һәм бизнес-проектты тормошҡа ашырыу тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Сара һуңында психологтар буласаҡ эшҡыуарҙар менән уйын үткәрҙе. 2024 йылда Нефтекама ҡалаһы ҡала округына үҙ эшен ойоштороуға һәм шәхси эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген алып барыуға социаль контракт нигеҙендә Адреслы социаль ярҙам төҙөү өсөн 48 квота бүленде, шуларҙың 21-е файҙаланылды. Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Нефтекама ҡалаһы хакимиәте.