Интернет киңлектәрендә бик матур битләүгә тап булдым. Күгәрсен районының Тәүәкән ауылында йәшәгән Фирүзә Хөсәйенова-Әбдрәхимова үҙенең сәхифәһендә үҙебеҙҙә үҫкән ашарға яраҡлы үләндәр менән таныштыра. Үләндең файҙаһы тураһындағы яҙмаға ҡушып улы Нурсултандың уны нисек ашарға кәрәклеге хаҡында видеояҙма ла һала. Ауылда үҫкән өлкән быуынға был үләндәр ят та түгелдер. Белмәгәндәр өсөн Фирүзә Хөсәйенова-Әбдрәхимованың яҙмаһын тәҡдим итергә булдыҡ. Бөгөн иғтибар үҙәгендә ҡаҡы үләне: “Ҡаҡының файҙаһын маҡтап бөтөрлөк түгел. Йыш осрай, ҡый урынына үҫә. Күптәр уның менән таныш. Тик эйелеп ашаусылар һирәк. Ҡаҡы макро- һәм микроэлементтарға бай. Составында углевод, майҙар, протеин, эфир майҙары, флавоноид, аскорбина һәм алма кислотаһы, фруктоза, глюкоза бар. Шулай уҡ бөтә өлөшөндә баҡыр, тимер, марганец, бор, молибден, титан да бар. Ҡаҡыны антисептик, антибактериаль үҫемлек булараҡ ялҡынһыныуға ҡаршы ҡулланалар. Ҡан- тамыр юлдарын нығыта, йөрәк эшмәкәрлеген көйләй. Ҡан тамырҙарын холестериндан т