Яңы Балаҡатай ауылы «көмөш» ирекмәндәре махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн маскировкалау селтәрҙәре үреү менән мәшғүл. Маскировкалау селтәрҙәре – киң ҡулланышлы маскировкалау төрө булып тора һәм дошманды алдарға, ориентирҙан талпынырға, позицияларҙы йәшерергә мөмкинлек бирә. Шулай уҡ маскировкалау селтәре менән ҡапланған окопты дошман квадрокоптеры күрмәй, ә танктар дошман өсөн тау итәгенә әйләнә. Шуға күрә маскировкалау селтәрҙәре беҙҙең яугирҙәр өсөн мотлаҡ кәрәк. Маскировкалау селтәрен үреү бик үк еңел эш түгел. Шулай булыуға ҡарамаҫтан ирекмәндәр һәр бер таҫманы бәйләгән саҡта үҙҙәренең изге теләктәрен әйтә. Шуға ла бындай һаҡлау сараһы бик ышаныслы. “Әлбиттә, һәр кемебеҙҙең өйҙә мәшәҡәте етерлек. Әммә селтәрҙәрҙең ысын мәғәнәһендә егеттәребеҙҙең ғүмерен һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итеүен беләбеҙ, шуға был эште күңел биреп башҡарабыҙ. Балаҡатай районының һәр ауылында ла ирекмәндәр ошо изге эшкә ҡушылған. Хәҙерге көндә күмәк көс менән 250-нән ашыу селтәр үрелгән дә инде. Ғө