Мәләүез районының "Тау һауаһы" балалар сәләмәтләндереү лагерында "Хәүефһеҙ тәгәрмәс-2024" республика конкурс-слеты тамамланды. Ул йыл һайын Мәғариф һәм фән министрлығы менән берлектә республика буйынса Эске эштәр министрлығы Дәүләт автоинспекцияһы идаралығы менән үткәрелә. Сара "Мәғариф" милли проекты маҡсаттарына һәм бурыстарына тап килә. Сараның хөрмәтле ҡунағы – блогер һәм альпинист Рөстәм Нәбиев балаларға изге теләктәрен еткерҙе, үҙҙәрендә яуаплы һәм аңлы юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыны тәрбиәләүҙең мөһимлеген билдәләне. Өс көн буйына Башҡортостандан 64 команда юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен иң яҡшы белеүсе исеме өсөн көс һынашты. Әбйәлил районы командаһы исеменән Әбделмәмбәт ауылы мәктәбе уҡыусылары сығыш яһаны. Конкурс бер нисә йүнәлеш буйынса үткәрелде – юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен яҡшы белеүселәр, велосипедта фигуралы йөрөүселәр, беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү теорияһы һәм практикаһы. Шулай уҡ балалар “Бергәләп – юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге өсөн” агитбригадалар ижади конкурсында ҡатнашты, автоҡаласыҡта үҙ оҫталыҡтарын күрһәтте, йәшәйеш именлеге нигеҙҙәре буйынса белемдәрен һынаны. Конкурс йомғаҡтары буйынса Әбйәлил командаһы 4-се урынды алды. Бәләкәй булыуҙарына ҡарамаҫтан, балалар бөтә бурыстарҙы ла үтәне. Улар күңелдәрендә бик күп тәьҫораттар ҡалдырҙы, һуңынан уларҙы дуҫтары һәм тиҫтерҙәре менән уртаҡлашты, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәргә саҡырҙы. Билдәле булыуынса, “Мәғариф” (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Әбйәлил районы хакимиәте.