Был видеояҙманы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәребеҙ һуғыш, окоп шарттарында төшөргән. Уны тыныс ҡына ҡарау мөмкин түгел. Яугирҙәр араһында төрлө милләт вәкилдәре бар. Эйе, тарих ҡабатлана. Ҙур илебеҙҙең күп милләтле халҡы тағы ҡулына ҡорал тотоп, ил именлеген, тыныслыҡты һаҡлай. Уларға именлек. рух ныҡлығы теләйбеҙ. Ә Дағстандың халыҡ шағиры Рәсүл Ғамзатовтың "Торналар" шиғырына яҙылған йыр күптән инде бөтә донъяла билдәле. Ул бер нисә телгә тәржемә ителгән. Башҡортсаға Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев тәржемә иткән. Торналар Рәсүл Ғамзатов шиғыры. Рауил Бикбаев тәржемәһе. Ҡанлы яуҙан ҡайтмай ҡалған ирҙәр, Әйтерһеңдә, ергә аумаған. Ул һалдаттар аҡ торналар булып, Осоп киткән зәңгәр һауаға. Әле һаман ошо яугирҙәрҙең, Тауыштары килә алыҫтан. Юҡҡамы ни һауаларға ҡарап, Күңелебеҙ тула һағыштан.. Ҡанаттары талып, ҡош сылбыры, Оса таңда,оса кисендә. Шул сылбырҙа кескәй буш урын бар, Ул буш урын минең өсөндер. Бер көн миндә торна сылбырында Юғалырмын, инеп томанға. Йән