Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Салауаттағы ваҡиға урынында ҡотҡарыусылар эшләй

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының янғын һүндереүселәре Ведомство янғын һүндереүселәре менән берлектә Салауат ҡалаһының сәнәғәт зонаһындағы ваҡиға эҙемтәләрен бөтөрә. Предприятие биләмәһендә насос станцияһы төҙөлөшө алдан зыян күргән. Янғын булмаған, зыян күреүселәр ҙә юҡ. Урында 30-ҙан ашыу белгес һәм алты берәмек техника эшләй. Эҙемтәләрҙе бөтөрөү өсөн бөтә кәрәкле саралар күрелә, ҡала халҡына хәүеф янамай. Хәл Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы контролендә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн Салауаттағы сәнәғәт биләмәһенә пилотһыҙ осоусы аппарат (БПЛА) һөжүм иткән. Фото: https://t.me/mchsrb01/7697