Сит ил эштәре министрлығының рәсми вәкиле Башҡортостанда уҙғарылған инвестиция форумын халыҡ-ара берләшмәнең иғтибарын йәлеп иткән донъяның алдынғы майҙансығы тип атаны. Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Мария Захарованың «Урал аръяғы» инвестиция һабантуйына саҡырыуын баҫтырып сығарҙы. - Был бик юғары баһа. Билдәләп үтергә кәрәк, Стратегик башланғыстар агентлығы менән берлектә Сибайҙа уҙғарылған форум биш йыл эсендә Рәсәйҙән һәм донъяның 50-нән ашыу иленән меңдәрсә ҡатнашыусыны йыйған үҙенсәлекле майҙансыҡ булып тора. 400 миллиард һумға 116 килешеү төҙөлдө, - тип белдерҙе Андрей Назаров. - Бер нисә тапҡыр әйткәнемсә, беҙ ошо форумды бизнес менән тотороҡло бәйләнеш булдырыу өсөн һөҙөмтәле ҡоралдарҙың береһе, шулай уҡ сит ил коллегаларыбыҙҙың Башҡортостан менән танышыуы өсөн майҙансыҡ итеп ҡарайбыҙ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: «Урал аръяғы» бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы быйыл 24-26 майҙа үтәсәк. Фото: Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. Сығанаҡ: https://resbash.ru/news/ekonomika/2024-05-08/mariya-zaharova-dala-vysokuyu-otsenku-investitsionnomu-sabantuyu-zauralie-3759146
Мария Захарова «Урал аръяғы» инвестиция һабантуйын уҙғарыу тураһында хәбәр итте
8 мая 20248 мая 2024
~1 мин