Саҡырылған спикерҙарҙың береһе, Экспортлаусылар һәм импортерҙар ассоциацияһының вице-президенты һәм хоҡуҡ комитеты рәйесе, «ЛексАльянс» компанияһының идара итеүсе партнеры Артур Леер был сараға юғары баһа бирҙе. - «Урал аръяғы-2024» инвестиция һабантуйы – эшҡыуарлыҡ вәкилдәрен һәм дәүләт органдарын яҡынайтыу өсөн бик мөһим һәм бөгөнгө көндә иң һөҙөмтәле майҙансыҡ. Сибай күптән инде сит ил компанияларының һәм инвесторҙарының Рәсәй, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы менән танышыу урынына әүерелгән. Инвестиция һабантуйында сит илдәрҙән дә бизнес вәкилдәре ҡатнаша, сөнки, санкцияларға ҡарамаҫтан, Европа компаниялары Рәсәй баҙарына сығыу өсөн мөмкинлектәр эҙләй. Көнбайыштың санкция пакеттары тәү сиратта уларҙың компанияларына зыян килтереүе асыҡ күренә. Әммә Сибай кеүек майҙансыҡтар һөҙөмтәһендә һөҙөмтәле саралар күрелә, тәжрибә уртаҡлашабыҙ, килешеүҙәр һәм контракттар төҙөйбөҙ, - тип билдәләне Леер. Артур Леер әйтеүенсә, Башҡортостан инвестициялар йәлеп итеү ҡеүәһенә эйә. - Башҡортостанды