Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Мәскәүҙәге парадта 9 меңдән ашыу кеше ҡатнашты

Рәсәй тиҫтә йылдар дауам иткән йолаларына тоғро ҡала – Мәскәүҙәге Ҡыҙыл майҙанда 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 79 йыллығына арналған хәрби парад уҙғарылды. Һалҡынса һауа торошона ҡарамаҫтан, туғыҙ мең хәрби хеҙмәткәр һәм 75 берәмек техника Ҡыҙыл майҙан буйлап тантаналы марш менән үтте. Ә күктә “Стриж”дар һәм “Русь витяз”дәре пилотаж төркөмдәре юғары осош оҫталыҡтарын күрһәтте. Тантанала Рәсәй Президенты, Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренең Юғары Баш Командующийы Владимир Путин ҡатнашты. Бөйөк Еңеү парадын ҡарарға башҡа ил етәкселәре килгән – Беларусь Республикаһы Президенты Александр Лукашенко, Ҡаҙағстан Республикаһы Президенты Касым-Жомарт Токаев, Ҡырғыҙ Республикаһы Президенты Садыр Жапаров, Тажикстан Республикаһы Президенты Эмомали Рахмон, Төркмәнстан Президенты Сердар Бердымухамедов, Үзбәкстан Республикаһы Президенты Шавкат Мирзиеев, Куба Республикаһы Президенты, Евразия иҡтисади союзы ҡарамағындағы күҙәтеүсе дәүләт башлығы Мигель Диас-Канель Бердумес, Гвинея

Рәсәй тиҫтә йылдар дауам иткән йолаларына тоғро ҡала – Мәскәүҙәге Ҡыҙыл майҙанда 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 79 йыллығына арналған хәрби парад уҙғарылды. Һалҡынса һауа торошона ҡарамаҫтан, туғыҙ мең хәрби хеҙмәткәр һәм 75 берәмек техника Ҡыҙыл майҙан буйлап тантаналы марш менән үтте. Ә күктә “Стриж”дар һәм “Русь витяз”дәре пилотаж төркөмдәре юғары осош оҫталыҡтарын күрһәтте. Тантанала Рәсәй Президенты, Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренең Юғары Баш Командующийы Владимир Путин ҡатнашты. Бөйөк Еңеү парадын ҡарарға башҡа ил етәкселәре килгән – Беларусь Республикаһы Президенты Александр Лукашенко, Ҡаҙағстан Республикаһы Президенты Касым-Жомарт Токаев, Ҡырғыҙ Республикаһы Президенты Садыр Жапаров, Тажикстан Республикаһы Президенты Эмомали Рахмон, Төркмәнстан Президенты Сердар Бердымухамедов, Үзбәкстан Республикаһы Президенты Шавкат Мирзиеев, Куба Республикаһы Президенты, Евразия иҡтисади союзы ҡарамағындағы күҙәтеүсе дәүләт башлығы Мигель Диас-Канель Бердумес, Гвинея-Бисау Республикаһы Президенты Умару Сиссоку Эмбало, Лаос Халыҡ-Демократик Республикаһы Президенты Тхонглун Сисулит . Парад башланыр алдынан Владимир Путин Кремлдең Герб залында тантаналы сараларҙа ҡатнашыу өсөн Мәскәүгә килгән сит ил дәүләттәре лидерҙарын сәләмләне. Парад Ҡыҙыл майҙанға Рәсәй флагы һәм Еңеү байрағы сығарыу менән башланды. Парад менән Ҡоро Ер ғәскәрҙәре баш командующийы, армия генералы Олег Салюков командалыҡ итте, парадты Оборона министры вазифаһын башҡарыусы, армия генералы Сергей Шойгу ҡабул итте. Фото сығанағы: kremlin.ru