Бөгөн, 9 майҙа, Өфөнөң Октябрь проспектында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 79 йыллығына арналған тантаналы парад үтте. Парад барышын трибунала ветерандар, тыл хеҙмәтсәндәре, һуғыш балалары, хәрби хәрәкәттәрҙә һәм махсус хәрби операция яугирҙәре, уларҙың ғаилә ағзалары, хәрби хеҙмәт һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары күҙәтте. Ветерандарҙы, парадта ҡатнашыусыларҙы һәм республика халҡын Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне. Үҙенең сығышында ул фронтовик геройҙарҙың, тыл хеҙмәтсәндәренең, һуғыш балаларының батырлығы тураһында хәтерҙе һаҡлауҙың мөһимлеген, уларҙың хәрби һәм хеҙмәт батырлыҡтарына тиңләшеү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды, 1945 йылғы ваҡиғаларҙың хәҙерге заман менән бәйләнешен билдәләне. "Ҡәҙерле ветерандар! Хөрмәтле ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар! Ҡәҙерле ватандаштар! Һеҙҙе Бөйөк Еңеү көнө менән ихлас ҡотлайым! Рәсәй, донъя тарихы яҙмышында был бөйөк дата быуаттарға яҙылған. Был көндә Тыуған ил өсөн көрәшеп, ғүмерен биргән, тылда фиҙакәр хеҙмәт иткән, һуғыштан һуң илде күтәргән, бөгөнгө көнгә килеп етмәгәндәрҙең барыһын дае иҫкә алабыҙ”, – тине республика Башлығы һәм батырҙарҙың яҡты иҫтәлеген бер минут тынлыҡ менән хөрмәтләп иҫкә алыуҙарын һораны. Радий Хәбиров билдәләүенсә, яугирҙәребеҙ Украинала нацистарға ҡаршы батырҙарса һуғышҡан көндәрҙә беҙ, бығаса булмағанса, берҙәмлегебеҙҙе, еңеүселәр быуыны менән өҙлөкһөҙ бәйләнеште тоябыҙ. – Башҡортостан, һәр ваҡыттағыса, Еңеүгә лайыҡлы өлөш индерә. Оборона предприятиелары көнө-төнө армия өсөн заманса ҡорал сығара. Республика халҡы Ватанды һаҡлаусыларға бөтә көсө менән ярҙам итә. Хәҙер, ҡанлы теракттар тыныс халыҡтың ғүмерен өҙгәндә, дошман Рәсәй ҡалаларын утҡа тотҡанда, беҙгә тағы ла Еңеү кәрәк! Фашизмды тулыһынса еңеп, беҙ уны бергәләп, бөтә халыҡ менән яулап аласаҡбыҙ. Фиҙакәр хеҙмәт, яугирҙәргә, уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү. Иң мөһиме, батырҙарыбыҙ өйҙәренә, яҡындарына иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын. Һеҙгә, ҡәҙерле ветерандар, хәрбиҙәр, республикала йәшәүселәрҙең барыһына ла ныҡлы һаулыҡ, именлек, тыныслыҡ һәм изгелек теләйем! Еңеүсе халыҡҡа дан! Ватанды һаҡлаусыларға дан! Байрам – Бөйөк Еңеү көнө менән”, – тине Радий Хәбиров. Полковник Рәмил Хәйретдинов етәкселегендәге парадты Башҡортостандың хәрби комиссары, Өфө территориаль гарнизоны начальнигы полковник Михаил Блажевич ҡабул итте. Ленин исемендәге майҙан буйлап 1500-ҙән ашыу кеше үтте: Өфө гарнизонының хәрби хеҙмәткәрҙәре, баш ҡалала урынлашҡан көс структуралары учреждениелары хеҙмәткәрҙәре, хәрби хәрәкәттәр һәм хәрби хеҙмәт ветерандары, уҡыу йорттары курсанттары һәм кадеттары, Эске эштәр министрлығының кинологтар хеҙмәте һәм Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө буйынса идаралығының Полиция патруль-пост хеҙмәте полкының оператив яуап биреү батальоны кавалерия взводының парад расчеты сафҡа баҫты. Муса Гәрәев исемендәге тәүге осоу әҙерлеге менән мәктәп-интернат кадеттары, “шайморатов” кластары һәм диңгеҙ пехотасыларының кадет кластары уҡыусылары Рәсәй, Башҡортостан, Өфө флагтарын һәм Еңеү Байрағын күтәреп үтте. Быйыл тәүге тапҡыр Октябрь проспекты буйлап тантаналы марш менән “Башҡортостан” полкынан махсус хәрби операция яугирҙәре, шулай уҡ Федераль яза үтәү идаралығы хеҙмәткәрҙәре үтте. Тамашасылар Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы хәрби техниканың механизацияланған колоннаһы һәм заманса хәрби машиналар үткәүелен күрҙе. Парад Первушино бәләкәй авиация аэродром комплексын һәм вертолеттарҙы күрһәтеү төркөмө сығышы менән тамамланды. Парадтан һуң Башҡортостан Башлығы Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары менән аралашты, батырлыҡтары өсөн рәхмәт әйтте һәм ныҡлы һаулыҡ теләне. Валерий Шахов фотолары, Башинформ.