“Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Тимерғәле Ураҙғолов һәм Юлия Краснова менән ветерандарыбыҙға барып Бөйөк Еңеү менән ҡотланыҡ. Өфөлә тыуып үҫкән, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Николай Дмитриевич Астафьев 2020 йылдан Һәүәләй ауылында йәшәй. Шуға беҙ уны үҙебеҙҙеке тип иҫәпләйбеҙ. 1956 йылдағы Венгрия хәлдәрендә ҡатнашыусылар – Шайморатов ауылынан Вәсим Ғиндулла улы Дәүләтшин, Иҫке Шәрәй ауылынан Вәзит Әбүләис улы Рәжәпов һәм Бекетов ауылынан Алексей Иванович Симонов Бөйөк Еңеүҙең 79 йыллығын ҡаршыланы. Уларҙа булып, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙыҡ”. Әлфир Фәрхәт улы Бөйөк Еңеүҙе яулауға бөтә көсөн һалғандарға ҙур рәхмәт белдергән, байрам менән ҡотлаған. Фотолар, сығанаҡ: vk.com/karmadm