Бөгөн, 9 майҙа, Өфөнөң Еңеү паркында Бөйөк Ватан һуғышы батыры, Башҡортостандың Мишкә районында тыуып үҫкән Ғәзи Заһитовҡа һәйкәл асылды. 1945 йылдың 30 апрелендә ул штурмлау төркөмө составында беренсе булып Берлиндағы Рейхстаг бинаһы өҫтөнә Ҡыҙыл байраҡ күтәрә. Һәйкәл Республика Хәрби Дан музейы эргәһендә ҡуйылған. Һәйкәлде асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. – Хөрмәтле иптәштәр, ҡәҙерле дуҫтар! Бөгөн беҙ Башҡортостандың күренекле улы Ғәзи Ҡазыхан улы Заһитовҡа һәйкәл асабыҙ. Был ғәжәп кеше, уның батырлығының тарихы ла ғәжәп. Һәм, әлбиттә, бөгөн беҙ еңеүселәр быуынына хөрмәт күрһәтәбеҙ. Ғәзи исемен ғәрәп теленән тәржемә иткәндә, был исем “яугир” тигәнде аңлата. Һәм ул ысын яугир булған. Ул Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары, “Батырлыҡ өсөн”, “Хәрби батырлыҡтары өсөн” миҙалдары менән бүләкләнә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул бик ҡыҫҡа ғүмер кисерә, 32 йәшендә вафат була. Тыныс тормошта һәләк була. Һәм бөгөн, минеңсә, беҙ ысын ғәҙеллекте тергеҙәбеҙ: Өфө үҙәгендә
"Килер бер көн һәм барығыҙ ҙа минең хаҡта ысынын белерһегеҙ..."
9 мая 20249 мая 2024
3 мин