9 майҙа Өфөнөң Еңеү паркында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров совет халҡының Бөйөк Ватан һуғышында еңеүенең 79 йыллығы хөрмәтенә тантаналы сарала ҡатнашты. Республиканың күп милләтле халҡы исеменән республика етәксеһе Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов менән Миңлеғәле Ғөбәйҙуллиндың үлемһеҙ батырлығына арналған һәйкәлгә сәскәләр һалды. Һәләк булған геройҙарҙы бер минут тын ҡалып, иҫкә алдылар. Радий Хәбиров шулай уҡ ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың ҡәберенә, Миңлеғәле Шайморатов һәм Таһир Күсимовтың бюстарына, мемориаль комплекстың республикала тыуып үҫкән геройҙарға арналған стела янындағы тыл хеҙмәтсәндәре һәйкәленә сәскәләр һалды. Ул тыл хеҙмәтсәндәренең төп һөнәрҙәрен символлаштырған скульптура төркөмөн үҙ эсенә ала: нефтсе, ҡорос ҡойоусы, ураҡсы, тегенсе һәм башҡалар. Стелала хәрби техника, ауыл хужалығы тауарҙары менән фронтҡа оҙатылған составтарҙы һүрәтләгән бронза горельеф композицияһы урынлашҡан. Стеланың өҫкө өлөшөндә Еңеү ордены балҡый. Республика Б
Башҡортостан Башлығы Еңеү паркында Советтар Союзы Геройҙарын хөрмәтләп иҫкә алды
9 мая 20249 мая 2024
1 мин