“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә, 16 майҙа 12:00 сәғәттә 2024 йылда тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек алып барыу үҙенсәлектәренә арналған консультация үтәсәк. Атап әйткәндә, вебинарҙа ҡатнашыусылар таможня процедураларын үтеүҙе һәм валюта контролен тикшерәсәк. Сараны ойоштороусы – “Рәсәй экспорт үҙәге” акционерҙар йәмғиәте. Был хаҡта Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева хәбәр итте. – Килеп тыуған геосәйәси хәлгә ҡарамаҫтан, Башҡортостан 2023 йыл йомғаҡтары буйынса 100-ҙән ашыу сит ил менән эшлекле мөнәсәбәттәрен дауам итә. Улар араһында төбәктән экспорт күләме буйынса тәүге 10-ға Ҡытай, Төркиә, Ҡаҙағстан, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Беларусь, Үзбәкстан, Латвия, Ҡырғыҙстан, Нидерландтар һәм Тунис инде. 2024 йылдың ғинуар-февраль мәғлүмәттәр буйынса, 2023 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, Үзбәкстан һәм Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре Башҡортостандан экспорт тәьминәте буйынса 170,4 һәм 68,5