Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Өфөлә «Туғанлыҡ» милли театрҙар фестивале уҙа

«Туғанлыҡ» - тарихи һәм мәҙәни-тел берлегенә нигеҙләнгән юғары театр мәҙәниәтен, дуҫлығын һәм күршеләрсә матур мөнәсәбәттәрҙе һаҡлаған республикаларҙың һәм төрки донъяһы илдәренең сағыу сәхнә сәнғәте байрамы. Ул Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы башланғысына ярашлы, 1991 йылдан уҙғарыла. Тәүҙә Төрки телле театрҙар фестивале тип аталған форум быйыл Милли театрҙар фестивале тигән атама алды, сөнки уның форматы киңәйә. Фестиваль афишаһында 14 спектакль, уларҙың икәүһе – Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры һәм А.С. Пушкин исемендәге Псков драма театры (Рәсәй Милли драма театры филиалы) спектаклдәре конкурстан тыш күрһәтелә. Конкурс программаһында – Татарстан, Үзбәкстан, Төньяҡ Осетия-Алания, Сыуашстан, Ҡалмыҡстан, Абхазия, Тыва, Дағстан, Мари Иле театр коллективтарының спектаклдәре. Фестиваль сиктәрендә Рәсәйҙең Милли театрҙар ассоциацияһы ярҙамында Рәсәй Милли драма театрынан белем биреү программаһы ҡаралған. Шулай уҡ киске актерҙар клубтары, Өфөнөң иҫтәлекле у

«Туғанлыҡ» - тарихи һәм мәҙәни-тел берлегенә нигеҙләнгән юғары театр мәҙәниәтен, дуҫлығын һәм күршеләрсә матур мөнәсәбәттәрҙе һаҡлаған республикаларҙың һәм төрки донъяһы илдәренең сағыу сәхнә сәнғәте байрамы. Ул Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы башланғысына ярашлы, 1991 йылдан уҙғарыла. Тәүҙә Төрки телле театрҙар фестивале тип аталған форум быйыл Милли театрҙар фестивале тигән атама алды, сөнки уның форматы киңәйә. Фестиваль афишаһында 14 спектакль, уларҙың икәүһе – Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры һәм А.С. Пушкин исемендәге Псков драма театры (Рәсәй Милли драма театры филиалы) спектаклдәре конкурстан тыш күрһәтелә. Конкурс программаһында – Татарстан, Үзбәкстан, Төньяҡ Осетия-Алания, Сыуашстан, Ҡалмыҡстан, Абхазия, Тыва, Дағстан, Мари Иле театр коллективтарының спектаклдәре. Фестиваль сиктәрендә Рәсәйҙең Милли театрҙар ассоциацияһы ярҙамында Рәсәй Милли драма театрынан белем биреү программаһы ҡаралған. Шулай уҡ киске актерҙар клубтары, Өфөнөң иҫтәлекле урындары буйлап экскурсиялар, билдәле театр эшмәкәрҙәре менән осрашыуҙар ойоштороласаҡ. Фото: Башҡорт опера театрының матбуғат хеҙмәте. Сығанаҡ: https://resbash.ru/news/kultura/2024-04-17/v-ufe-proydyot-festival-natsionalnyh-teatrov-tuganlyk-3732214