Найти тему
Башҡортостан гәзите

Стәрлетамаҡ урамдарынан танктар үтте

Стәрлетамаҡ ҡалаһында Бөйөк Еңеүҙең 79 йыллығы уңайынан тантаналы парад ойошторолдо. Ҡаланың төп урамы – Ленин проспекты буйлап хәрбиҙәр, кадеттар, патриотик кластар уҡыусылары, Хәрби-диңгеҙ оборонаһында ҡатнашыусылар, шулай уҡ совет осорондағы хәрби техника, шул иҫәптән легендар Т-34 танкы һәм “Катюша” үтте. Бынан тыш, бында авиашоу ойошторолдо. Парадты ҡарарға ҡала халҡы күпләп сыҡҡан, шулай уҡ ҡунаҡтар ҙа килгән. Республикабыҙҙа халыҡ һаны буйынса икенсе урында торған Стәрлетамаҡта байрам саралары көнө буйы дауам итәсәк. Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Станислав Шахов.