Бөгөн, 9 майҙа, Өфөнөң Октябрь проспектында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 79 йыллығына арналған тантаналы парад үтте. Парад барышын трибунала ветерандар, тыл хеҙмәтсәндәре, һуғыш балалары, хәрби хәрәкәттәрҙә һәм махсус хәрби операция яугирҙәре, уларҙың ғаилә ағзалары, хәрби хеҙмәт һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары күҙәтте. Ветерандарҙы, парадта ҡатнашыусыларҙы һәм республика халҡын Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне. Үҙенең сығышында ул фронтовик геройҙарҙың, тыл хеҙмәтсәндәренең, һуғыш балаларының батырлығы тураһында хәтерҙе һаҡлауҙың мөһимлеген, уларҙың хәрби һәм хеҙмәт батырлыҡтарына тиңләшеү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды, 1945 йылғы ваҡиғаларҙың хәҙерге заман менән бәйләнешен билдәләне. "Ҡәҙерле ветерандар! Хөрмәтле ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар! Ҡәҙерле ватандаштар! Һеҙҙе Бөйөк Еңеү көнө менән ихлас ҡотлайым! Рәсәй, донъя тарихы яҙмышында был бөйөк дата быуаттарға яҙылған. Был көндә Тыуған ил өсөн көрәшеп, ғүмерен биргән, тылда фиҙакәр хеҙмәт иткән, һуғыштан һуң илде к