Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары сафы йылдан-йыл һирәгәйә бара. Баҡалы районында ике һуғыш ветераны иҫән ҡалған. Ошо хаҡта район хакимиәте башлығы Олег Ефимов белдерҙе. Ул Бөйөк Еңеү байрамы уңайынан уларҙы өйҙәренә барып ҡотлаған. – Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең районда бары ике ветеран ғына ҡалды – Бикйән Аҫылҡай улы Әптикәев һәм Степан Дмитриевич Назаров. Уларҙың быуыны бик күп ауырлыҡтар кисергән. Бөгөн ветерандар балалары, ейәндәре, бүләләренең иғтибарына һәм хәстәрлегенә уратып алынған, яҡшы шарттарҙа йәшәй. Бикйән Аҫылҡай улының һуғыш һәм унан һуңғы йылдар тураһында хәтирәләре йөрәгендә һаҡлана. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ул донъяла, илдә, республикала барған бөтә ваҡиғалар тураһында хәбәрҙар һәм махсус хәрби операцияла булған егеттәребеҙ өсөн бик борсола. Ваҡыт йылғаһы аға. Йылдар һәм тиҫтә йылдар үтәсәк, яңы быуындар киләсәк, әммә һуғыш геройҙары тураһында иҫтәлек мәңге йәшәйәсәк. Ветерандарыбыҙға, тыл эшсәндәренә, һуғыш балаларына һаулыҡ һәм именлек теләйем. Геройҙарға дан! – тип яҙҙы Олег Ефимов ветерандар менән осрашҡандан һуң. Фото: t.me/EfimovOA/974