Найти тему
Башҡортостан гәзите

Һуғыш ветерандары өсөн парадтар ойошторолдо

Республикала Бөйөк Еңеүҙең 79-се яҙын ҡаршылауға бағышланған саралар бер нисә көн алда уҡ башланды. 7 майҙа Өфө ҡалаһында ике һуғыш ветераны – Рәйес Рәхимйән улы Әбдрәшитов һәм Петр Михайлович Сергеев өсөн шәхси концерт һәм парад ойошторолдо. – Уларҙың тарихы, биографияһы, хәтирәләре – ҡиммәтле хазина, уларҙы беҙ быуындан-быуынға һаҡларға һәм тапшырырға тейешбеҙ. Улар – беҙҙең үткәндәр менән төп бәйләнешебеҙ, батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡтың сағылышы. Улар алдында баш эйәбеҙ һәм сикһеҙ ихтирамыбыҙҙы белдерәбеҙ. Ветерандарыбыҙҙың барыһына ла ныҡлы һаулыҡ һәм оҙон ғүмер теләйем! – тине Ватан һаҡсыларын тәбрикләү сараһында ҡатнашҡан баш ҡала башлығы Ратмир Мәүлиев. Фото: t.me/ratmirmavliev/4117