Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Дилбәрҙе тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ!

Бөгөн "Башҡортостан" республика гәзитенең хәбәрсеһе Дилбәр Ишморатова тыуған көнөн билдәләй. Дилбәр Тәлғәт ҡыҙы йәмле Бөрйән районының Яңы Усман ауылында тыуып үҫкән. Дилбәр Ишморатова ғүмере буйы матбуғат тармағында тир түгә. "Башҡортостан" гәзитендә үткер мәҡәләләр менән сығыш яһай, шул уҡ ваҡытта баҫманың тиражын арттырыуға ла тос өлөш индерә. Дилбәр оҙаҡ йылдар дауамында гәзит уҡыусыларыбыҙ яратып уҡыған "Иман" махсус битен әҙерләп алып бара. Уның дин, тәрбиә, ғаилә мөнәсәбәттәре тураһындағы мәҡәләләрен һәр ваҡыт көтөп алалар. Коллегабыҙ һәр эшкә ҙур яуаплылыҡ менән ҡарай, төплө белемле булыуы, кешеләр менән ипле мөнәсәбәте һоҡланыу уята. Дилбәр Тәлғәт ҡыҙын күркәм байрамы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Ғаилә бәхете, тыныс тормош һәм ҡоростай һаулыҡ теләйбеҙ! Ҙур уңыштар юлдаш булһын, Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен. Сәләмәтлек - ярты бәхет тиҙәр, Ошо бәхет ситләп үтмәһен! Иң изге теләктәр менән - "Башҡортостан"дар. Фото: Дилбәр Ишморатованың шәхси альбомынан.