Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Диананың һәләкәтенә бәйле эш ҡайтанан ҡаралды

Башҡортостандың Юғары суды билдәле блогер Диана Сәфәрованың үлеменә сәбәпсе булған юл-транспорт ваҡиғаһында ғәйепләнеүсе Вадим Латиповтың ялыуын ҡараны. Белеүегеҙсә, билдәле блогер Диана Сәфәрова (танылған йырсы Әнүәр Нурғәлиевтең һеңлеһе) былтыр май айында юл-транспорт ваҡиғаһында һәләк булды. Шишмә ҡасабаһында ҙур тиҙлектә хәрәкәт иткән “Тойота Камри” менән идара иткән водителдең авария мәлендә иҫерек булыуы, юл хәрәкәте ҡаиғәләрен боҙоуы һәм шул арҡала “Хонда Цивик” автомобилендә китеп барған Диананың һәләкәткә тарыуы тураһында күп яҙылды. Аварияла ғәйепләнеүсе был урындан ҡасыуҙы хуп күрә. Диананың өс бәләкәй балаһы ҡалды. Февралдә үткән тәүге суд Латиповты ете йылға иркенән мәхрүм итеү тураһында ҡарар сығарғайны, әммә ул бының менән риза булмауын белдереп, ялыу яҙа. Был эш Башҡортостандың Юғары суды тарафынан ҡаралып, язаны үҙгәрешһеҙ ҡалдырыу тураһында ҡарар сығарылды. Йәғни Вадим Латиповҡа ете йыл колонияла булырға, һәләк булған ҡатындың туғандарына 5 миллион һум күләмендә морал

Башҡортостандың Юғары суды билдәле блогер Диана Сәфәрованың үлеменә сәбәпсе булған юл-транспорт ваҡиғаһында ғәйепләнеүсе Вадим Латиповтың ялыуын ҡараны. Белеүегеҙсә, билдәле блогер Диана Сәфәрова (танылған йырсы Әнүәр Нурғәлиевтең һеңлеһе) былтыр май айында юл-транспорт ваҡиғаһында һәләк булды. Шишмә ҡасабаһында ҙур тиҙлектә хәрәкәт иткән “Тойота Камри” менән идара иткән водителдең авария мәлендә иҫерек булыуы, юл хәрәкәте ҡаиғәләрен боҙоуы һәм шул арҡала “Хонда Цивик” автомобилендә китеп барған Диананың һәләкәткә тарыуы тураһында күп яҙылды. Аварияла ғәйепләнеүсе был урындан ҡасыуҙы хуп күрә. Диананың өс бәләкәй балаһы ҡалды. Февралдә үткән тәүге суд Латиповты ете йылға иркенән мәхрүм итеү тураһында ҡарар сығарғайны, әммә ул бының менән риза булмауын белдереп, ялыу яҙа. Был эш Башҡортостандың Юғары суды тарафынан ҡаралып, язаны үҙгәрешһеҙ ҡалдырыу тураһында ҡарар сығарылды. Йәғни Вадим Латиповҡа ете йыл колонияла булырға, һәләк булған ҡатындың туғандарына 5 миллион һум күләмендә мораль зыян түләргә тура киләсәк. Фотолар: 1) БР судтарының берләшкән матбуғат хеҙмәтенең видеояҙмаһынан скриншот; 2) Ә. Нурғәлиевтең социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.