Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа Еңеү көнө уңайынан ҡотлау сәләме ебәрҙе. Рәсми текст республика етәксеһенең сайтында баҫылған. “Беҙ Ватан азатлығын һәм бойондороҡһоҙлоғон яҡлаған, нацизмды ҡыйратҡан атайҙарҙың, олатайҙарҙың һәм ҡартатайҙарҙың үлемһеҙ батырлығы менән ғорурланабыҙ. Уларҙың фиҙакәрлеге һәм хаҡ эшкә ныҡлы ышанысы һәр ваҡыт беҙҙең өсөн Тыуған илгә ысын, тоғро мөхәббәт өлгөһө буласаҡ. Был бөйөк илһөйәрлек традициялары бөгөн дә Рәсәй халҡын берләштерә, махсус хәрби операция барышында Ватанды батырҙарса яҡлаған геройҙарыбыҙҙы рухландыра. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ һәм уңыштар теләйем”, – тиелә ҡотлауҙа. Шулай уҡ Рәсәй Премьер-министры Михаил Мишустин байрам менән ҡотлау ебәргән. "Хөрмәтле Радий Фәрит улы! Һеҙҙе Еңеү көнө менән ҡотлайым! Тарихи 1945 йылдың 9 майы миллионлаған граждандарыбыҙҙың йөрәгендә мәңгелеккә һаҡлана. Бөйөк Ватан һуғышы ҡағылмаған ғаилә юҡ. Һәр береһендә фронттарҙа фиҙакәр һуғышҡан азатлыҡ яугирҙәре, тылда Еңеү яулаған хеҙмәтсәндәр тураһында хәтер һаҡлана. Беҙ батырлығы Ватанға тоғролоҡ һәм һөйөү өлгөһө, төп әхлаҡи йүнәлеш булып торған ветерандарға хөрмәт күрһәтәбеҙ. Бөгөн үҙ бурысын үтәгән, махсус хәрби операция зонаһында батырлыҡ һәм фиҙакәрлек күрһәткән, Ватанды, халҡыбыҙ мәнфәғәттәрен яҡлаған батырҙарҙы хөрмәтләйбеҙ. Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға эшегеҙҙә уңыштар, һаулыҡ һәм именлек теләйем", - тип яҙҙы ил Хөкүмәте Рәйесе. Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаровтан да йылы һүҙҙәр килгән. “Һеҙҙе Бөйөк Еңеү байрамы менән ҡотлайым! Ул - бөйөк илебеҙҙең һәр гражданының йөрәгендәге изге көн. Беҙгә ғүмер бүләк иткән ата-бабаларыбыҙҙың ҡаһарманлығын хөрмәт итәбеҙ. Беҙ тыл хеҙмәтсәндәрен хәтерләйбеҙ һәм ғорурланабыҙ. Ҡот осҡос һуғыш афәте ҡағылған һәр кемдең алдында баш эйәбеҙ. Бөгөн дә беҙҙең бурысыбыҙ — иң ҡиммәтле нәмәләрҙе: тыныслыҡты, азатлыҡты һәм бөйөк Рәсәйҙең киләсәген һаҡлау һәм нығытыу! Бөгөнгө көндә Ватаныбыҙ өсөн батырҙарса көрәшкән, тыныс граждандарҙы һәм уларҙың тыныс бәхетле тормошҡа хоҡуғын яҡлаған хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерәм. Байрам менән, Еңеү көнө менән! Тыныслыҡ, изгелек һәм именлек!" – тип теләне Комаров. Фото: www.kremlin.ru/