Бөгөн, 9 майҙа, Бөйөк Еңеү көнөндә, Өфөнөң Совет майҙанында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Геройы, легендар дивизия командиры Миңлеғәле Шайморатовтың һәйкәленә сәскәләр һалды. Тантаналы сарала РФ Дәүләт Думаһы һәм БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары, Хөкүмәт ағзалары, ветерандар ойошмалары һәм хәрби туғанлыҡ вәкилдәре, махсус хәрби операция яугирҙәре ҡатнашты. Ватанды һаҡлаусыларҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алдылар. Төбәк етәксеһе Башҡортостанда йәшәгән һәр кешенең тормошонда Еңеү көнөнөң айырым ролен һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары тураһында хәтер һәр ваҡыт кешеләрҙең йөрәгендә йәшәйәсәк, тип билдәләне. - Был байрамды беҙ тулҡынланып ҡаршы алабыҙ. Еңеү көнө беҙҙең тормошта, айырыуса хәҙер, ошо ябай булмаған заманда, мөһим урын биләй. Беҙ ҡот осҡос һуғышта еңеү яулаған ата-бабаларыбыҙҙың ҡаһарманлығына мөрәжәғәт итәбеҙ, байрамдың әһәмиәтен аңлайбыҙ, - тине Радий Хәбиров. - Атай-олатайҙарыбыҙға Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙәре, фашистар армияһын