Бөтә илебеҙ халҡы яратып йырлаған һәм тыңлаған ”Еңеү көнө” йырының һүҙҙәрен билдәле шағирә, әүҙем йәмәғәтсе Гүзәл Ситдиҡова башҡортсаға тәржемә итте. Владимир Харитонов һүҙҙәре һәм Давид Тухманов көйөнә яҙылған йырҙың башҡортсаһын Стәрлетамаҡ театр-концерт берекмәһе артистары Гүзәлиә Татлыбаева һәм Зөлфиә Әбүбәкирова башҡара. "Еңеү көнө" Гүзәл Ситдиҡова тәржемәһе Текст авторы: Владимир Харитонов Композиторы (музыкаһы): Давид Тухманов Еңеү көнө, йыраҡта кеүек ине, Өмөт ҡуҙы биреп торҙо ипкенен, Көл-күмергә ҡалған күпме юл үттек, Йән аямай көрәшеп, еңеү көттөк. Ҡушымта: Ут-даръя үтеп беҙ Килдек Еңеүгә, Иртә сал төштө Сикәләге сәстәргә Шатлыҡ-ҡайғы Бергә ҡайнар йәштәрҙә Еңеү көнө! Еңеү көнө! Еңеү көнө! Көнө-төнө һүнмәне ут мартенда, Бар хыялдар булды Ватан хаҡында, Еңеү өсөн хеҙмәттә беҙ тир түктек, Йән аямай көрәшеп, еңеү көттөк. Ҡушымта: Ут-даръя аша Килдек Еңеүгә, Иртә сал төштө Сикәләге сәстәргә Шатлыҡ-ҡайғы Бергә ҡайнар йәштәрҙә Еңеү көнө! Еңеү көнө! Еңеү көнө! Һаумы, әсәй, күпме яуҙаш ҡайтманы, Ысыҡ кисеп үтәһе ине тағы. Ер шарының яртыһын йәйәү үттек, Йән аямай көрәшеп, еңеү көттөк. Ҡушымта: Ут-даръя аша Килдек Еңеүгә, Иртә сал төштө Сикәләге сәстәргә Шатлыҡ-ҡайғы Бергә ҡайнар йәштәрҙә Еңеү көнө! Еңеү көнө! Еңеү көнө! Нәсих Хәлисов коллажы.