Бөрйән районының Әбделмәмбәт ауылында йәшәүсе Илһам Ғәйнуллин атаһы – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Хәйретдин Ғәйнетдин улы һәм әсәһе – тыл ветераны Хәтирә Йәрулла ҡыҙы иҫтәлегенә ошондай матур баннерҙар эшләтеп ҡуйған. "Ветерандарыбыҙ бер ҡасан да онотолмаҫ. Уларҙың батырлыҡтары мәңге беҙҙең хәтерҙә. Афарин Илһам!" - тип хәбәр итәләр Ҡыпсаҡ ауыл хакимиәте төркөмөндә. Илһам Хәйретдин улына – афарин! Ошондай дәртле, донъя көтөүгә тырыш (ана, ниндәй хужа икәнен йорто, ҡойма-ҡапҡаһы һөйләп тора), тормошҡа ижади ҡараған, атай-әсәй ҡәҙерен белгән кешеләрҙә бит ул милләт, төйәк ҡото ла, коды ла... Сығанаҡ: Бөрйән районының "Таң" гәзите (tanburz.ru)