Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәрнсә, бөгөн 17.00 сәғәткә ҡарата республикала һауа торошо алдан иҫкәртеүҙәргә тура килгән – урыны менән ел секундына 20 метр тиҙлектә иҫкән. Көслө ел Тәтешле районындағы фермаларҙың ҡыйығын алып ташлаған: Башҡыбаш ауылында – 400 һәм Шулған ауылында 250 квадрат метр майҙанда. Өфөлә ел иҫеүе арҡаһында баш ҡаланың Калинин, Киров, Ленин, Октябрь, Орджоникидзе һәм Совет райондарында ағастар һәм конструкциялар ҡолауы тураһында 22 осраҡ теркәлгән. Бер осраҡта 1953 йылда тыуған ҡатын зыян күрә, уға сүп-сар контейнерҙарының ҡыйығы төшкән, тағы бер осраҡта ике автомобиль механик зыян күргән. Зыян күргән ҡатынды дауаханаға тикшереү өсөн алып барғандар. Әммә тәбиғәт беҙҙе һынауҙы дауам итә – бөгөн төндә 0, -3 градусҡа тиклем һыуытасаҡ. Насар һауа торошо күренештәре күҙәтеләсәк: төндә ямғырҙар, урыны менән көслө, көнсығышта бик көслө, айырым райондарҙа ел секундына 15-20 метр тиҙлектә иҫәсәк, автомобиль юл