8 майҙа Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә XXIII “Мәскәү Пасха фестивале” концертында булды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, музыкаль сараны республиканың баш ҡалаһына Рәсәйҙең күренекле дирижёры, Мария һәм Ҙур театрҙар етәксеһе Валерий Гергиев алып килде. Ике мәҙәниәт учреждениеһының берләштерелгән оркестры концертында Мария театры солисы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар Абдразаҡов та ҡатнашты. Музыканттар “Аттила” операһын башҡарҙы. Төбәк етәксеһе концертта ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы сәләмләп, маэстро Валерий Гергиевҡа рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе. – Республика халҡы исеменән һеҙгә бөгөн кисергән хис-тойғоларыбыҙ өсөн рәхмәт әйтәм. Өфөлә хәҙерге замандың бөйөк музыканттарын, Марияның һәм Ҙур театрҙың данлыҡлы оркестрын ҡаршылау беҙҙең өсөн оло хөрмәт, – тине Радий Хәбиров. – Мәскәү Пасха фестиваленең маршруты Башҡортостандың баш ҡалаһы аша үтеүенә бик шатбыҙ. Бының өсөн һеҙгә бик рәхмәтлебеҙ. Валерий Абисалович, һеҙҙе республикала бөйөк музыкант һәм оло йөрәкле кеше булараҡ беләләр. Һеҙ беҙгә музыка ғына түгел, ә энергия һәм изгелек бүләк итәһегеҙ. Радий Хәбиров Мария һәм Ҙур театрҙар етәксеһе Валерий Гергиевҡа – Башҡортостандың халыҡ артисы исеменә күкрәк билдәһен, ә Мария театры солисы Илдар Абдразаҡовҡа “Хеҙмәт батырлығы өсөн” миҙалын тапшырҙы. Башҡортостан етәксеһе республиканың Почет грамотаһы менән Мария театрының опера труппаһы солисы Сергей Скороходовтың ҡаҙаныштарын билдәләне. Шулай уҡ Мария театры концертмейстеры Настурик-Гершовичи Лоренц һәм опера труппаһы солисы Татьяна Сержан республиканың атҡаҙанған артисы исеменә лайыҡ булды. Мария һәм Ҙур театрҙар етәксеһе Валерий Гергиев Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа һәм республика халҡына ихлас ҡабул иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе. – Илдар Абдразаҡовтың тыуған төйәгендә булыу ҡыуаныслы. Беҙ уның менән күптән һәм тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Бындай юғары исем алыу алға ҙурыраҡ бурыстар ҡуя. Беҙ үҙебеҙҙе Башҡортостан менән бәйле артистар тип иҫәпләйәсәкбеҙ. Беҙ барыбыҙ ҙа – Рәсәй халыҡтарының күп милләтле бер ғаиләһе. Һәләтле кешеләргә бай ер артабан да яңы мәҙәни проекттар менән тулыланһын өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләйәсәкбеҙ, – тине Валерий Гергиев. Мария театры солисы, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар Абдразаҡов һүҙҙәренсә, бөгөн уның Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрының туған сәхнәһендә Валерий Гергиев менән бергә сығыш яһау хыялы тормошҡа ашты. – Валерий Гергиев менән был сәхнәгә сығыу көнөн ғүмер буйы көттөм. Хыялым тормошҡа ашты. Бөгөн мин Мария театрынан хеҙмәттәштәрем менән бергә сығыш яһаным. Концертта Башҡорт опера театры хорының ҡатнашыуы өсөн бик бәхетлемен, – тине Илдар Абдразаҡов. – Башҡортостанда әйтеүҙәренсә, хәҙер “Алға!” ғына. Беҙ һеҙҙе, маэстро, йышыраҡ үҙ республикабыҙҙа күрербеҙ, тип ышанам. Саранан һуң Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров журналистар менән әңгәмәлә концерттан алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты. – Минең музыкаль белемем юҡ, әммә бөгөн ысын, бөйөк сәнғәткә ҡағылғаныбыҙҙы аңлайым. 13 йылдан һуң Валерий Абисалович йәнә Өфөгә Мәскәү Пасха фестивален килтереүе ҡыуандыра, – тине Радий Хәбиров. – Беҙҙең маэстро менән Ҙур театр менән хеҙмәттәшлегебеҙҙе тикшереүебеҙ ҙә мөһим, уның тарихи сәхнәһендә йыл һайын беҙ Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының спектаклдәрен күрһәтәбеҙ. Әлбиттә, Пасха фестиваленең дә даими үткәрелеүен теләйбеҙ. Дөйөм алғанда оркестрҙарыбыҙ араһында алмашыуҙың булыуы беҙҙең өсөн бик мөһим. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.