Найти тему
Башҡортостан гәзите

Өс бала әсәһен тапатҡан ҡатынды хөкөм иттеләр

Фажиғә былтыр, 20 майға ҡараған төндә, Йылайыр районының Һабыр ауылында теркәлде. Мәктәп уҡытыусылары Йылайыр ауылына концертҡа барған. 34 йәшлек директор коллегаларына үҙенең еңел машинаһында барырға тәҡдим иткәс, барыһы ла ризалаша. Концерттан һуң ҡатындар өйҙәренә ҡайтырға сыҡҡан, әммә юлда туҡтап, кисәнең тамамланыуын билдәләргә булғандар. Улар, автомобилдән сығып, музыка тоҡандырған, эсемлектәр ҡойған. Мәжлес барышында ғәйепләнеүсе, машинаһының аккумуляторы һүнеүе мөмкин тип хәүефләнеп, двигателде тоҡандырырға булған. Әммә ул тиҙлек рычагын «нейтралка»ға күсермәй. Һөҙөмтәлә машина хәрәкәт итә башлай һәм капот алдында торған 32 йәшлек ҡатынды тапата. Өс бала әсәһе алған йәрәхәттәрҙән шул урында вафат була. Авария осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла. Ғәйепләнеүсе енәйәт ҡылыуҙа үҙ ғәйебен таный. Йылайыр район-ара суды уны 2,5 йыл ғүмерен колония-ултыраҡта үткәреүгә хөкөмгә тарттырып, 1,5 йылға водитель таныҡлығынан мәхрүм иткән. Хөкөм ҡарары әлегә законлы көсөнә инмәгән. Транспорт менән юлға сыҡҡанда һаҡ булырға, спиртлы эсемлектәр эсмәҫкә, эргәңдәге кешеләр өсөн тулы яуаплылыҡ тойорға кәрәк. Машина – юғары хәүеф сығанағы, быны онотмағыҙ! Фото: https://vk.com/sibayonline?w=wall-36273158_96917