8 майҙа Өфөләге Вуз-ара студенттар кампусында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең ғилми лаборатория етәкселәре менән осрашты. – Беҙ һеҙҙе, кампусыбыҙҙың тәү сираты – IQ-паркка, юҡҡа ғына саҡырманыҡ. Беҙ һеҙҙең уның фән өсөн биргән мөмкинлектәрен күреүегеҙҙе теләнек, – тине Радий Хәбиров, осрашыуҙы асып. – Шул уҡ ваҡытта беҙ проектлауҙың әүҙем фазаһында. Йәйгеһен “геном үҙәге” тип аталған объекттың төҙөлөш майҙансығына сығырға ниәтләйбеҙ, ләкин бер нисә үҙгәреш индерергә теләйбеҙ. Йәй аҙағына тиклем дөйөм майҙаны 120 мең квадрат метрлыҡ кампустың икенсе сиратын төҙөй башлаясаҡбыҙ. Был – беҙҙең өсөн бик амбициялы бурыс, сөнки 2025 йылдың аҙағына тиклем уны тапшырырға тейешбеҙ. Төбәк башлығы Евразия ғилми-белем биреү үҙәге эшмәкәрлеге һөҙөмтәләрен юғары баһаланы. – Әле ҡараным, лабораторияларыбыҙҙың билдәле бер ҡаҙаныштары бөгөндән бар. Әйткәндәй, улар байтаҡ - 18 йәштәр лабораторияһы. Өс йыл элек донъяла танылыу яулаған алдынғы ғалимдар етәкселегендәге тағы дүрт ҙур ғилми лабораторияға үҫешергә мөмкинлек биргән мегагранттар бүлергә ҡарар иттек. Артабан да ошо йүнәлештә эшләйәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Һеҙҙең ярҙамығыҙ менән Башҡортостан Рәсәйҙең фәнни тормош картаһында торған һайын нығыраҡ һиҙелә бара. 2022 йыл йомғаҡтары буйынса республикабыҙ Милли фәнни-технологик үҫеш рейтингында дүртенсе урынды алды. Был – республика ғалимдарының уңыштарынан барлыҡҡа килгән бик юғары һөҙөмтә. Ә фәнни йәштәргә, йәғни аспиранттарға һәм йәш фән кандидаттарына ярҙам күрһәтеү кеүек күрһәткес буйынса беҙ өсөнсө урынды биләйбеҙ. Башҡортостан Башлығы республиканың алдынғы фәнни эшләнмәләрен Евразия ғилми-белем биреү үҙәге эшмәкәрлеге сиктәрендә тупларға тырышыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Шулай уҡ республиканың тикшеренеүҙәргә һәм йәш ғалимдарға булышлыҡ итеү сараларын һаҡлап ҡаласағын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Осрашыуҙа республиканан 75-шәр миллион һумлыҡ мегагрант алған лаборатория етәкселәре ғилми тикшеренеүҙәрҙең яҡынса һөҙөмтәләре хаҡында һөйләне. Мәҫәлән, БДМУ-ның Биомедицина импланттары һәм изделиелары лабораторияһы етәксеһе, Гейдельберг университеты (Германия) Трансфузион медицина һәм иммунология институтының Тыумыштан иммунитет һәм толерантлыҡ лабораторияһы етәксеһе Юлия Кжышковски грант алған проект сиктәрендә фундаменталь һөҙөмтәләр ҙә, продукттың прототибы ла - заманса һәм оҙайлы имплант алыуға өлгәшеүен билдәләне. - Проект ярҙамында йәш талантлы ғалимдарҙың фәнни карьераһы башланды. Бындай гранттар йәштәр өсөн ҙур стимул бирә, - тине Юлия Кжышковски. Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең идара итеүсе компанияһы директоры Наталия Латипова 2023 йылдағы төп эш һөҙөмтәләре тураһында һөйләне. Ул йыл йомғаҡтары буйынса ғилми-белем биреү үҙәге коллективы яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеүен билдәләне. Мәҫәлән, үҙәк эшмәкәрлегендә планға ярашлы барлыҡ күрһәткестәргә өлгәшелде, ә ҡайһы бер йүнәлештәр буйынса - уларҙан күпкә артығыраҡ. Атап әйткәндә, тикшеренеүҙәр һәм асыштар секторында техник ҡоралландырыу буйынса план күрһәткесе бер кешегә 4 865 һумдан һигеҙ тапҡырға артҡан, һәм 38 756 һумға еткән. Яңы юғары технологик эш урындары һаны 4 484 берәмеккә етте, ул 982 урынлыҡ план күрһәткесенән 4,5 тапҡырға күберәк. Ә иҡтисадтың реаль секторына тапшырылған, конкуренцияға һәләтле технологиялар һәм юғары технологиялы продукттар һаны йыллыҡ пландан 87 процентҡа күберәк һәм 161 позиция тәшкил итә (план буйынса 86-ға ҡарата). Бынан тыш, Евразия ғилми-белем биреү үҙәгендә бер нисә йүнәлеш буйынса киберспорт мәктәбе эшләй башланы. 2024 йыл аҙағында киберспорт буйынса республика турниры үткәрергә планлаштыралар. Төбәктә шулай уҡ “Өҫтөнлөк 2030” стратегик академик лидерлыҡ федераль программаһында ҡатнашыусылар даирәһен киңәйтәләр. Былтыр унда ҡатнашыуға Башҡорт дәүләт аграр университеты дәғүә иткәйне. Наталия Латипова 2023 йылдың авгусында Өфөлә асылған Евразия ғилми-белем биреү үҙәге йортоноң эше хаҡында ла һөйләне. Уның базаһында йәштәр өсөн даими лекциялар һәм төрлө слёттар уҙғарыла. Милли тикшеренеү үҙәгенең Рәсәйҙең һәм дуҫ дәүләттәрҙең алдынғы ғилми учреждениелары менән үҙ-ара эш итеүен үҫтереү - эштең мөһим йүнәлеше. Әйтәйек, Курчатов институты менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү сиктәрендә уның базаһында башҡорт ғалимдарының стажировкаһы ойошторола. Ә 2024 йылдың май аҙағында Башҡортостан делегацияһы Белоруссия дәүләт информатика һәм радиоэлектроника университетына барырға планлаштыра. Наталия Латипова Евразия ғилми-етештереү үҙәгенең перспективалы эш пландары иҫәбендә үҙәктең индустриаль партнерҙары менән үҙ-ара эш итеүҙе үҫтереүҙе атаны. Һүҙ предприятиелар менән берлектә аныҡ тармаҡ бурыстарын хәл итер өсөн юғары технологиялы лабораториялар булдырыу хаҡында бара. Башҡортостан Башлығы ғилми-белем биреү үҙәгенең ҡаҙаныштарын юғары баһаланы һәм Евразия ғилми-белем биреү үҙәге йортонда ремонтты тамамлау кәрәклегенә иғтибар итте. Шулай уҡ ул республика ғилми берләшмәһенең Курчатов институты менән хеҙмәттәшлеген нығытыуҙың мөһимлеген билдәләне. – Һеҙҙән эшлекле хеҙмәт көтәбеҙ. Институт менән үҙ-ара килешеп эш итеүебеҙ йәштәребеҙ унда стажировка үтһен өсөн ҙур мөмкинлектәр бирә. Курчатов институты төрлө тармаҡтарҙа бик етди ғилми-технологик базаға эйә, - тине Радий Хәбиров. Башҡортостан Башлығы Шишмә районында ҙур ғилми-мәғариф проекты – Евразия күсмә цивилизациялар музейын ойоштороу проекты тураһында ла иҫкә төшөрҙө. – 6 июлдә уның майҙансығында заманса визит-үҙәк асырға ниәтләйбеҙ. Был – туристик йүнәлештәге объект, әммә унда лекциялар үткәреү мөмкинлеген күҙ уңында тотабыҙ, шулай уҡ ҙур булмаған экспозиция ҡуябыҙ. Ә яңы музей гуманитар фәнебеҙ өсөн мөһим объектҡа әүерелер, - тип хәбәр итте Радий Хәбиров. Артабан Радий Хәбиров осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Осрашыу һуңында ғалимдарға әүҙем эштәре һәм конструктив диалогтары өсөн рәхмәт әйтте. – Тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнеү еңел түгел, әммә бик ҡыҙыҡлы. Ғилми юлығыҙҙа уңыштар теләйем, – тине Радий Хәбиров. – Киләсәктә бындай осрашыуҙар фән өлкәһендә сәйәсәтебеҙҙе камиллаштырыу һәм ғалимдарға эшләү өсөн яңы мөмкинлектәр булдырыу өсөн даими уҙғарыласаҡ. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.