Кисә Баймаҡ ҡалаһында 101 йәштәге Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Валентина Потапова йорто алдынан парад уҙҙы. Ҡәҙерле ветеранды район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, хәрби комиссар Хөрмәт Хәмитов, район ветерандар советы рәйесе Көнһылыу Әхмәтова, уҡыусы балалар, яҡындары, ҡала халҡы тәбрикләне. Валентина Георгиевна ла бар тиҫтерҙәре кеүек яҡты хыялдар менән йәшәй. Училищены уңышлы тамамлап, дәүләт банкында үҙенең хеҙмәт юлын башларға ашҡынып йөрөгәндә Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Яҡты хыялдар селпәрәмә килә, урамдарҙы шомло тынлыҡ ҡаплай. Ҡыйыу ҡыҙ Валентина иленә ҡайғы килгәндә ситтә ҡала алмай – ул һуғышҡа китә. Валентина Потапова аэродромдарҙы хеҙмәтләндереү батальонында хеҙмәт итә. Боеприпастарҙы һаҡлай, штабта элемтәсе булып эшләй. 1943 йылда Валентина Потапованы радистар курсында уҡытып, унан Вильнюс ҡалаһына ебәрәләр. Еңеүҙе лә батыр радист Прибалтикала ҡаршылай. Һуғыш бөткәндән һуң ике йылдан ғына Баймаҡҡа әйләнеп ҡайта. Бында ул тормош иптәше Михаил Потаповты осрата һәм улар ғаилә ҡора. Бәхетле пар биш бала тәрбиәләп үҫтерә. Ҡәҙерле ветераныбыҙҙы Еңеү көнө менән бар күңелдән ҡотлайбыҙ. Барыһы өсөн дә рәхмәт белдереп, уның алдында оло хөрмәт менән баш эйәбеҙ. Фото һәм текст сығанағы: "Һаҡмар" гәзитенән