“Башинформ” агентлығына “Башавтотранс”тың генераль директоры Надир Сәмиев хәбәр итеүенсә, “Yutong”маркалы автобус хәрәкәт башлағас, уға ҡаршы һыҙаттан “Волга” килеп бәрелгән. Һөҙөмтәлә еңел машина юл ситенә төшөп китеп шартлай (эстә газ баллоны була), ә автобус бер яҡ ситкә ауа. Авария һөҙөмтәһендә еңел автомобилдең 1955 йылғы водителе ваҡиға урынында һәләк була. Автобустың водителе һәм пассажирҙары зыян күрмәгән. Һуңғылары табиптар ҡарағандан һуң, кире хәрби часҡа ҡайтҡан. Тәүтикшереү үткәрелгәндән һуң, юл һәләкәтендә "Волга" автомобиле водителе ғәйепле икәнлеге билдәләнгән. Енәйәт эше ҡуҙғатылмай. Автобус Өфөләге туҡталҡа урынына йүнәлә. Фото: видеонан скриншот.