Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ришүәтселәргә Хәбиров командаһында урын юҡ

Кисә бар республикаға яңғыраған ришүәтселек тураһында билдәле булды: транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебановты хоҡуҡ һаҡсылары ҡулға алды. Чиновник биш миллион һум күләмендә ришүәт талап иткән. Һөҙөмтәлә, Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 290-сы статьяһының 6-сы өлөшө (“Айырыуса ҙур күләмдә ришүәт алыу”) буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды. Элекке чиновникка 15 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеү янай. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡылынған енәйәт тураһында мәғлүмәт раҫланғас та Александр Клебановты эшенән бушатыу тураһында ҡарар ҡабул итте һәм тейешле указға ҡул ҡуйҙы. Был турала үҙ фекере менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе, Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтай депутаты Юлдаш Йосопов уртаҡлашты. – Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың “беҙҙең арабыҙҙа коррупционерҙар булырға тейеш түгел” тигән һүҙҙәре менән йәмғиәттә риза булмаған кешеләр юҡтыр тип ышанам. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошондай күренештәр осрап тора. Беҙҙең быуын 90 сы йылдарҙа, ил тарҡалған саҡта үҫкән һәм унда ришүәтселеккә бәлки урын булғандыр. Әммә беҙ яңы киләсәк быуынға әҙәпле, үҙҙәрен хоҡуҡ сиктәрендә тотҡан кешеләрҙе үҫтерергә тейешбеҙ. Закондарҙы үтәү генә йәмғиәтебеҙ, дәүләебеҙ үҫешенә гарантия була ала, – тине ул. Фото: "Башинформ".