Найти тему
Башҡортостан гәзите

Берҙән-бер ветераныбыҙҙы ҡотланыҡ

Һуғыш еле ҡағылмаған бер генә лә ғаилә юҡ илебеҙҙә. Шуға ла Бөйөк Еңеү байрамын һер беребеҙ көтөп ала. Һуғыш һәм тыл ветерандары өсөн Еңеү яҙы айырыуса мөһим, сөнки уны яҡынайтыу өсөн улар үҙ өлөшөн индергән, үҙен ҡорбан иткән, иң яҡын кешеләрен, дуҫтарын юғалтҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, көндән-көн ветерандарыбыҙ сафы һирәгәйә. “Башҡортостан” гәзитендә эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан Ғәбдиә Ғәбиҙулла ҡыҙы Нурғәлина ла яҙҙы тулҡынланып көтөп алам, ти. Бөйөк Еңеү байрамы алдынан 98 йәшлек ветераныбыҙ менән осрашыуға, һәр ваҡыттағыса, оло тулҡынланыу менән барҙыҡ, сөнки уның менән осрашып, һөйләшеп ултырыу үҙе бер бәхет, онотолмаҫлыҡ ваҡиға ул. "Башҡортостан" гәзитенең баш мөхәррире, Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Ғәйфулла улы Исхаҡов Ғәбдиә Ғәбиҙулла ҡыҙын Бөйөк Еңеү байрамы менән коллектив исеменән ҡотлап, йөрәк түренән сыҡҡан иң йылы һүҙҙәрҙе еткерҙе, бүләк тапшырҙы. Ғәбдиә Ғәбиҙулла ҡыҙы өлкән йәштә булһа ла теремек, аңы теүәл, тормош юлын, үҙ башынан кисергән ваҡиғаларҙы яҡшы хәтерләй. “Башҡортостан” гәзитендә эшләгәс, республикабыҙҙың билдәле кешеләре менән аралашырға яҙған, шуға ла осрашыу ваҡытында яҙыусы-журналистарҙың яҙмыштары тураһында ла хәтирәләре менән уртаҡлашты. Ул илдә, респуликала барған ваҡиғаларҙы ла күҙәтеп бара. – “Башҡортостан” гәзите коллективы хәҙер үҙгәрҙе. Гәзиттең уңыштарын күҙәтеп, ҡыуанып ултырам. Тормоштан ҡәнәғәтмен, – тип әйтә ветеран. Ғәбдиә Ғәбиҙулла ҡыҙы 1925 йылдың 25 октябрендә Ауырғазы районының Мос­тафа ауылында тыуған. 1937 йылда уларҙың ғаиләһе Ғафури районының Яңы Бурлы ауылына күсә. Ҡыҙ Иҫке Бурлы ауылында урта мәктәпте тамамлағас, 1944 йылда ошо ауылда уҡыта башлай. Һуғыштан һуң Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлай. Йәш белгес Әбйәлил районының Ташбулат, Балапан ауылдарында һәм Баймаҡта уҡытыусы булып эшләй. Һуңынан тормош иптәше Зиннур Нурғәлинде Өфөгә эшкә саҡыралар һәм ғаилә баш ҡалала төпләнә. Ғәбдиә Нурғәлина 1964 йылдан 1980 йылға тиклем “Совет Башҡортостаны” гәзитендә эшләп, хаҡлы ялға сыға. Тормош иптәше, академик Зиннур Әхмәҙей улы менән 70 йыл бергә ғүмер кисергәндәр, өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Оло улдары Нур – иҡтисад фәндәре кандидаты, ҡыҙҙары Люциә – филология фәндәре кандидаты, ә Илдар – инженер-оптик. Ни сәсһәң, шуны урырһың, ти халыҡ мәҡәле. Матур балалар тәрбиәләгән Ғәбдиә Ғәбиҙулла ҡыҙы бөгөн яҡындарының хөрмәтенә, һөйөүенә төрөнөп, матур ҡартлыҡ кисерә. Фотолар: Рәмилә МУСИНА альбомынан.