Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ҡатнашығыҙ һәм еңегеҙ!

Сара “Экология” милли проектына ярашлы уҙа, тип хәбәр итә төбәктең Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы. 30 майҙа уҙған конкурс Экологтар көнөнә арнала. Сараның төп маҡсаттары – тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендә предприятиелар хеҙмәттәре эшенең һөҙөмтәлелеген күтәреү, шулай уҡ экологик хәүефһеҙлек буйынса белгестең абруйын һәм әһәмиәтен арттырыу. “Бөгөн экологтар республиканың экологик именлеген булдырыуға тос өлөш индерә. Тап белгестәрҙе әҙерләү сифаты, уларҙың белем кимәле тәбиғәтте һаҡлау эшенең уңышын билдәләй”, – тине тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов. Бер ойошманан бер хеҙмәткәр ҡатнаша ала. Беренсе, икенсе һәм өсөнсө урын алған ҡатнашыусылар дипломдар менән бүләкләнәсәк. Уларға “Экологик хәүефһеҙлек буйынса иң яҡшы белгес – 2024” исеме биреләсәк. Конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризаны 27 майға тиклем www.bmipk.ru сайтындағы “Конкурстар” бүлегендә ҡалдырырға кәрәк. Билдәле булыуынса, "Экология" (национальный проект “Экология”) милли проекты Рәсәй Президе

Сара “Экология” милли проектына ярашлы уҙа, тип хәбәр итә төбәктең Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы. 30 майҙа уҙған конкурс Экологтар көнөнә арнала. Сараның төп маҡсаттары – тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендә предприятиелар хеҙмәттәре эшенең һөҙөмтәлелеген күтәреү, шулай уҡ экологик хәүефһеҙлек буйынса белгестең абруйын һәм әһәмиәтен арттырыу. “Бөгөн экологтар республиканың экологик именлеген булдырыуға тос өлөш индерә. Тап белгестәрҙе әҙерләү сифаты, уларҙың белем кимәле тәбиғәтте һаҡлау эшенең уңышын билдәләй”, – тине тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов. Бер ойошманан бер хеҙмәткәр ҡатнаша ала. Беренсе, икенсе һәм өсөнсө урын алған ҡатнашыусылар дипломдар менән бүләкләнәсәк. Уларға “Экологик хәүефһеҙлек буйынса иң яҡшы белгес – 2024” исеме биреләсәк. Конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризаны 27 майға тиклем www.bmipk.ru сайтындағы “Конкурстар” бүлегендә ҡалдырырға кәрәк. Билдәле булыуынса, "Экология" (национальный проект “Экология”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.