Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы 22 апрелдән 26 майға тиклем Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 79 йыллығына һәм Салауат Юлаевтың тыуыуына 270 йыл тулыуға арналған «Шиғырҙарҙа - тыуған ер тарихы» республика шиғыр һөйләүселәр конкурсын уҙғара. Конкурста республика мәктәптәренең Рәсәй Геройы генерал-майор М.М. Шайморатов исемендәге кластарында уҡыусылар ҡатнаша ала. Бәйгелә ҡатнашыу өсөн ғаризаны һәм конкурс эшенең видеояҙмаһын shaimuratovskieklassy@ya.ru электрон адресына ебәрергә кәрәк. Конкурсҡа: - Башҡортостанда тыуып үҫкән билдәле шағир-классиктарҙың һәм хәҙерге заман авторҙарының Бөйөк Ватан һуғышы темаһына; - Башҡортостандың милли геройы Салауат Юлаевтың шиғырҙарына, шиғри әҫәрҙәрҙән өҙөктәргә видеояҙмалар ҡабул ителә. Конкурстың муниципаль һәм мәктәп этабы 2024 йылдың 22 апреленән 3 майына тиклем уҙҙы. Республика этабында 2024 йылдың 7 майынан 17-һенә тиклем конкурс эштәрен ҡабул итеү һәм баһалау, 2024 йылдың 24-26 майында «Китап-байрам» халыҡ-ара китап йәрминк