Найти тему
Башҡортостан гәзите

Башҡорт егете Азаматтың ҡаҙаҡ ҡыҙы Тулғанайҙы кәләш итеп алғаны

Билдәле шағирә Тамара Искәндәриә (Юлдашева) социаль селтәрҙәге сәхифәһендә матур йөкмәткеле яҙма менән уртаҡлашты. "Туй шауҡымында йөрөйбөҙ әле бына инде нисәнсе көн, - тип яҙҙы ул ял көндәрендә. - Булат энемдең улы Азамат менән Тулғанай туйы иркенлеге, йор һүҙҙәре, милли ғөрөф - йолалары, йыр - моңдары менән шаулап - гөрләп уҙып китте. Өфө ҡалаһы менән Ишембай районы Ҡыяуыҡ ауылын бер итеп гөрләштек. Күңел һаман да шул көй - моңдарҙа талпына, әлхәмдүлилләһ. Башҡортостан менән Ҡаҙағстанды, Өфө, Мәскәү менән Алматы, Астана ҡалаларын берләштерҙе был туй. Оло мәғәнәһендәге ТУЙ яһаны ла ҡуйҙы Булат туғаным менән Разия киленем. Азамат үҙе лә, МГУ бөткән кеше, бөтә донъя буйлап таралған дуҫтарын саҡырған. Өфөләге ресторанда үткән төп өлөшөнән һуң ауылда килен төшөрөү йолаһын атҡарҙыҡ. Ҡаҙаҡтар беҙгә бик оҡшаны, белемле, аҡыллы, эшлеклеләр. Бер машина ҡоҙаларҙы өйөбөҙгә ҡуна алып, аралашыу бәхете лә тейҙе. Салауат һәйкәленә лә алып барҙыҡ.Азамат менән Тулғанайға бәхет, һаулыҡ, илдәребеҙ именлеген теләйбеҙ, итәк тултырып бала үҫтерһендәр, заманының иң алдынғы кешеләре булһындар. Иншәә Аллаһ, шулай булыр ҙа ул, бик булдыҡлы йәштәребеҙ, собханАллаһ". Беҙ ҙә Тулғанай менән Азаматҡа мөхәббәтле ғүмер теләйбеҙ. Йәштәрҙең бәхете тулған айҙай түңәрәк булһын! Сығанаҡ һәм фотолар: vk.com/tamarayuldash