Найти тему
Башҡортостан гәзите

Улар сәләмәт тормошто һайлай

Ауырғазы районының Төрөмбәт ауылында “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” федераль проекты сиктәрендә ГТО ҡабул итеү ойошторолдо. Ауыл халҡы дүрт төрлө нормативта ярышты. Ул төҙлөк, һығылмалылыҡ, көс һәм тиҙлек. Дәүләт нормаларына ярашлы, һәр йәш категорияһы өсөн һынауҙар программаһы үҙ эсенә һығылмалылыҡҡа күнегеүҙе, урындан оҙонлоҡҡа һикереүҙе, йүгереүҙе, арҡала ятҡан килеш кәүҙәне күтәреүҙе, ятып ҡулдарҙы бөгөүҙе индерҙе. Ярыштарҙа ҡатнашыусылар айырым физик күрһәткестәр буйынса тесты уңышлы үтеүҙән тыш, күтәренке кәйеф, шулай уҡ бик күп ыңғай тәьҫораттар алды. – Байрам кәйефе бар сара дауамында хөкөм һөрҙө, сөнки бөтә ҡатнашыусыларҙы бер маҡсат берләштерҙе: сәләмәт һәм зифа буй-һынлы булыу теләге. Беҙҙең заманда физкультура менән шөғөлләнеү бик мөһим, һәм ГТО был эштә ярҙам итә. ГТО нормаларын тапшырғандар спортҡа йәлеп ителгән һәм башҡалар өсөн өлгө булып тора, – тип һөйләнеләр муниципалитет хакимиәтендә. Шуны билдәләп үтергә кәрәк: 10 йылда ГТО комплексын ғәмәлгә ашырыуға 6-70 йәшлек 22,7 миллиондан ашыу рәсәйле ҡушылған. Шуларҙың 14 миллионы тест үҙәктәрендә нормативтарҙы үтәгән, ә 10 464 012 кеше отличие билдәһе, шул иҫәптән 3 876 276 - алтын, 3 406 958 - көмөш һәм 3 180 778 - бронза билдәләрен алған. Билдәле булыуынса, “Демография” (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Ауырғазы районы хакимиәте.