* Был донъяла иң мөһиме — кеше! Кеше хистәре, кеше яҙмышы менән уйнамағыҙ, кеше рәнйеше алмағыҙ. Ғүмер һәр саҡ ҡыл өҫтөндә. Һеҙҙе уратып алған һәр кемде һаҡлағыҙ. Таш менән атҡанға ла аш менән яуап бирһәк — ерҙә изгелек артыр.* Әйбер ҡоло булмағыҙ. Байлыҡ артынан ҡыумағыҙ. Башҡаларҙан кәм булмайым тип көнө-төнө сабып йөрөп тормоштоң рәхәтен дә, матурлығын да күрмәй ҡартайыуҙан ҡурҡығыҙ.* Аҡыл да төрлө була. Институт бөттөм тип маһайып, ололарға аҡыл өйрәтеүсе йәштәр күбәйеп китте. Әммә тормош биргән аҡылға бер нәмә лә етмәй. Уны бер юғары уҡыу йортонда ла алып булмай. Шуға күрә ололарҙың һүҙенә ҡолаҡ һалырға өйрәнегеҙ.* Беҙ күп ваҡытыбыҙҙы үткән ваҡиғаларға баһа биреп, буласаҡтары өсөн борсолоп үткәрәбеҙ. Ошо минутта, ошо ерҙә тормоштан мөмкин тиклем файҙа алып ҡалырға алығыҙ. Һәр үткән минут бер ҡасан да кире әйләнеп ҡайтмай.* Ер шарында ете миллиард кеше. Һәр кешенең үҙ фекере бар. Һеҙҙең фекер менән килешмәүселәрҙе дошман итеп күрмәгеҙ.* Әйткән һүҙ — атҡан уҡ. "Атыр" алдынан уйлағыҙ