Найти тему
Башҡортостан гәзите

Оҙаҡ һәм бәхетле йәшәүҙең сере табылған

Япония һәм Швеция белгестәре 100 йәштән олораҡ кешеләрҙең ҡанын тикшергән һәм оҙаҡ йәшәүҙең серен асыҡлаған. 64-тән 99 йәшкә тиклемге 40 меңдән ашыу кешегә 35 йыл буйына медицина тикшереүе үткәрелгән. Һайлап алынғандар араһынан 1224 кеше 100 йәшкә тиклем йәшәгән. Әйткәндәй, уларҙың 85 проценты гүзәл зат вәкиле булған. Тикшереү һөҙөмтәләре күрһәтеүенсә, бер быуат ғүмер кисергәндәрҙә 60 йәштән глюкоза, креатин һәм һейҙек кислотаһы кимәленең түбәнерәк булыуы асыҡланған. Ғалимдар тағы, алат һәм альбуминдан тыш, ҡандағы 12 биомаркерҙың 100 йәшкә тиклемге йәшәү серенең булыу ихтималлығын билдәләгән. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

С подпиской рекламы не будет

Подключите Дзен Про за 159 ₽ в месяц