Етен орлоғо һәм бал ярҙамында эсәкте таҙартырға, ҡан тамырҙарын нығытырға һәм иммунитетты күтәрергә мөмкин. Йыуан эсәктә шлактар күбәйһә, проблемалар башлана. Йыуан эсәк көнөнә ике-өс литр һыуҙы һәм аҙыҡтағы файҙалы матдәләрҙе һеңдереп ала ала.Тик унда аҙыҡ ҡалдыҡтары йыйылып китһә, был функцияны үтәй алмай башлай. Шул арҡала эс ҡаталау, баш ауыртыу, күкрәк тәңгәлендә сәнсеү, ныҡ тирләү, апатия, ауыҙҙан насар еҫ килеү һәм тиренең төҫһөҙләнеүе кеүек сирҙәр һәм билдәләр барлыҡҡа килә. Шуның өсөн таҙарыныу үткәреп алырға кәрәк. Шифалы коктейль әҙерләү рецебы: беҙгә кәрәк бер йәшел алма, бер ҡалаҡ етен орлоғо, бер ҡалаҡ бал, бер стакан һыу. Уларҙың барыһын да бергә һалып блендерҙа өйрөлтәбеҙ. Коктейлде көн аша иртәнге аш алдынан ҡабып ҡуйырға. Шул рәүешле бер ай дауаланабыҙ. Тағы ике аҙнанан һыу урынына кефир йәки йогурт ҡулланырға була. Был эсәкте файҙалы бифидобактерия менән туҡландырыу өсөн мөһим. Балда майҙарҙы дөрөҫ тарҡатыуға һәләтле махсус ферменттар бар, ул ашҡаҙан-эсәктең эшмәкәр