Найти в Дзене
Азат Ярмуллин

БАШҠОРТТАРҘАН БЕРЕНСЕ СОВЕТТАР СОЮЗЫ ГЕРОЙЫ

БАШҠОРТТАРҘАН БЕРЕНСЕ СОВЕТТАР СОЮЗЫ ГЕРОЙЫ Тарихтан билдәле булыуынса, Советтар Союзы Геройы тигән юғары исем 1934 йылдың 16 апрелендә СССР Үҙәк башҡарма комитетының ҡарары менән булдырыла. Герой исеме тик Үҙәк башҡарма комитеты Президиумы тарафынан ғына атҡарылған, йәғни уның махсус ҡарары менән тапшырылған. Ә һеҙ беләһегеҙме? Был юғары исемгә башҡорттарҙан беренсе булып Ғәфиәтулла Арыҫланов лайыҡ булған. Ул Советтар Союзы Геройы исеменә Бөйөк Ватан һуғышына тиклем үк өлгәшә. Ғ. Арыҫланов данлы арыҫлановтар нәҫеленең батыр уландарының береһе. Уның нәҫел-нәсәбе 1773–1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы етәкселәренең береһе Кинйә Арыҫлановҡа барып тотоша. Ғәфиәтулла Арыҫланов 1915 йылдың 20 сентябрендә хәҙерге Көйөргәҙе районына ҡараған 2-се Кинйәабыҙ ауылында тыуған. 1937 йылда Стәрлетамаҡ нефть техникумын тамамлай. Ошо уҡ йылда ул армияға алына һәм артабанғы тормошон хәрби хеҙмәт менән бәйләй. Армияға килеү менән уны полк мәктәбенә уҡырға ебәрләләр. 1938 йылдың октябрендә яңы ғына хәр
Советтар Союзы Геройы Ғәфиәтулла Арыҫланов Бөйөк Ватан һуғышы осоронда.
Советтар Союзы Геройы Ғәфиәтулла Арыҫланов Бөйөк Ватан һуғышы осоронда.

БАШҠОРТТАРҘАН БЕРЕНСЕ СОВЕТТАР СОЮЗЫ ГЕРОЙЫ

Тарихтан билдәле булыуынса, Советтар Союзы Геройы тигән юғары исем 1934 йылдың 16 апрелендә СССР Үҙәк башҡарма комитетының ҡарары менән булдырыла. Герой исеме тик Үҙәк башҡарма комитеты Президиумы тарафынан ғына атҡарылған, йәғни уның махсус ҡарары менән тапшырылған.

Ә һеҙ беләһегеҙме? Был юғары исемгә башҡорттарҙан беренсе булып Ғәфиәтулла Арыҫланов лайыҡ булған. Ул Советтар Союзы Геройы исеменә Бөйөк Ватан һуғышына тиклем үк өлгәшә. Ғ. Арыҫланов данлы арыҫлановтар нәҫеленең батыр уландарының береһе. Уның нәҫел-нәсәбе 1773–1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы етәкселәренең береһе Кинйә Арыҫлановҡа барып тотоша.

Ғәфиәтулла Арыҫланов 1915 йылдың 20 сентябрендә хәҙерге Көйөргәҙе районына ҡараған 2-се Кинйәабыҙ ауылында тыуған. 1937 йылда Стәрлетамаҡ нефть техникумын тамамлай. Ошо уҡ йылда ул армияға алына һәм артабанғы тормошон хәрби хеҙмәт менән бәйләй.

Ғәфиәтулла Арыҫланов хәрби училищела уҡыған мәлендә.
Ғәфиәтулла Арыҫланов хәрби училищела уҡыған мәлендә.

Армияға килеү менән уны полк мәктәбенә уҡырға ебәрләләр. 1938 йылдың октябрендә яңы ғына хәрби мәктәп тамамлаған Ғ.Арыҫлановты танкы командиры итеп тәғәйенләйҙәр. Был осорҙа фашистик Германия ғәскәрҙәре Чехословакияны баҫып ала, 1939 йылда Польша баҫып инә. 1939 йылдың көҙөндә 26-сы танкы бригадаһы составында Ғәфиәтулла Арыҫланов элек Польша составында булған Көнбайыш Украинаны азат итеүҙә ҡатнаша.

Хәрби хәрәкәттәр бының менән генә тамамланмай. Беҙҙең ил оло һуғыш алдынан үҙенең төньяҡ-көнбайыш сиген нығытырға тырыша. Сөнки Финляндия границаһы Ленинградтан 30 саҡырым алыҫлыҡта ғына була. Германия яҡлы финдар, һуғыш башлана күрһә, һә тигәнсе ҡалаға баҫып инеүҙәре ихтимал. СССР етәкселеге 1939 йылдың аҙағында Финляндия менән һуғышҡа инә. Арыҫланов хеҙмәт иткән танк бригадаһы Карель фронтына ташлана. Ҡыҙыл Армия ғәскәрҙәренә ҡыш көнө финдарҙың дзоттар менән нығытылған “Маннергейм һыҙығы” тип аталған оборона һыҙығын ҙур ҡыйынлыҡ менән үтергә тура килә. 1940 йылдың беҙҙең ғәскәрҙәр финдарҙың оборона һыҙығын йыра. Ошо һуғыштарҙа Ғәфиәтулла Арыҫланов ҙур батырлыҡтар күрһәтә һәм Советтар Союзы Геройы тигән исемгә лайыҡ була. Уның бүләкләү ҡағыҙында (Наградной лист) былай тип яҙылған:

Советтар Союзы Геройы Ғәфиәтулла Арыҫланов (уңда) яуҙаштары менән.
Советтар Союзы Геройы Ғәфиәтулла Арыҫланов (уңда) яуҙаштары менән.

24.1.1940 г. три танка, возглавляемые ком. взвода тов. Прониным получили задачу блокировать ДЗОТ в районе действия 1-го батальона, в районе Ур. Кууста отм. 166. Забрав с собой необходимое количество взрывчатых веществ и саперов поехали выполнять поставленную задачу. Приблизившись к ДЗОТу на 60-70 метров танки попали под огонь неприятельской пушки, башенный стрелок Козарев убит, ком. машины Бобелев ранен, механик-водитель Федотов ранен.

Башенный стрелок третьей машины тов. Арсланов несмотря на то, что его машина получила четыре пробоины, видя такое положение, разворачивает свою машину и открывает огонь по обнаруженной пушке. Пушку заставил замолчать. Заметив убегающий расчет, дал по нему очередь. Затем отводит свой танк в сторону на 100-150 метров, вылазит из него и ползком подбирается к поврежденным танкам.

Он заметил около танка лежащего сапера тов. Иващука, которого забрал с собой, поставил перед ним задачу охранять раненного водителя тов. Федотова.

Белофины попытались окружить танк. Тов. Арсланов и Иващук обращают белофинов в бегство. После этого завел один из поврежденных танков и забрав всех раненых под сильным пулеметным огнем противника вывел танк с поля боя и спас жизнь 4 человек”.

Танкы батальоны командиры гвардия подполковнигы Ғәфиәтулла Арыҫланов.
Танкы батальоны командиры гвардия подполковнигы Ғәфиәтулла Арыҫланов.

Шулай итеп, Ғәфиәтулла Арыҫланов взвод командиры яраланғас, баҙап ҡалмай, бөтә инициативаны үҙ ҡулына алып, дошмандың пушаһын тар-мар итеп, көслө пулемет уты аҫтында үҙенең яралы 4 иптәшен, яу яланынан алып сыға, шуның менән уларҙы үлемдән ҡотҡара. Ошо батырлығы өсөн Арыҫлановҡа 1940 йылдың 7 апрелендә Советар Союзы Геройы тигән исем бирелә. 1940 йылдың мартында еңелеп барғанын аңлағас, Финляндия СССР менән солох төҙөргә мәжбүр була. Килешеү буйынса Карель муйыны (перешеек) территорияһы СССР-ға күсә. Ошоноң менән Ленинград тирәһендә ил сиге байтаҡҡа киңәйә. Хәҙер инде ҡалаға күпмәгәндә баҫып инеү ҡурҡынысы янамай.

Совет-фин һуғышынан һуң Герой танкист Ғәфиәтулла Арыҫланов артабан хәрби белемен камиллаштыра. 1940 йылдың октябренән 1941 йылдың авгусына тиклем Ульяновск танкы училищеһында уҡый, артабан Чкаловск танкы училищына уҡырға инә. Училищены 1942 йылдың сентябрендә тамамлай. Өлкән лейтенант званиеһын ала. 1943 йылдың ғинуарына тиклем ошонда курсанттарҙың рота командиры булып хеҙмәт итә. Артабан фронтҡа китә. Танкы батальоны командиры вазифаһында Ғәфиәтулла Арыҫланов Курс, Орел, Харьков, Смоленск, Дебрецен (Венгрия) ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша. Бөйөк Еңеүгә дүрт ай ҡалғанда, 1945 йылдың 5 ғинуарында Будапешт ҡалаһын азат иткәндә ҡаһарман танкист Ғәфиәтулла Арыҫланов һәләк була.

АЗАТ ЯРМУЛЛИН