- 2
Эйе... Кешенең күңел муҡсаһы бер генә лә буш булмай: кемделер ул үҙ ауырлығы менән ергә һеңдергәнсе бөгә, икенселәрҙе, киреһенсә, күкте күтәрерлек көс менән ҡеүәтле итә. Әлтәф ана шул икенселәр араһында ине: үҙенә тейешенсә талапсан, шул уҡ ваҡытта үҙен кәрәгенсә ихтирам итә һәм иттерә белде. Шаян булды, ләкин тупаҫ итеп шаяртманы, дуҫтары һәр саҡ уның шаяртыуына ихлас ҡушылды, ә үҙҙәрен шаяртһа, еңелсә, үпкәһеҙ генә ҡабул итә белделәр. Үҙе бик аҡыллы ла ине, күптәр уның кәңәшенә мохтаж булды, әйткәнен ҡабул иттеләр. Бер бик ҡоро ҡылығы ла булды: ғәйбәткә тыныс ҡарай алманы. Ғәйбәт таратҡан кешегә ҡарата һәр саҡ ҡаты ҡыланды. Уның фекеренсә, ғәйбәт нигеҙендә бары ялған һәм шул ялған менән әүәләнгән һүҙ генә була. Уның өсөн “Утһыҙ төтөн булмай” тигән мәҡәл дә юҡ кеүек. Үҙе бик намыҫлы, эшкә тырыш кеше, әйтерһең, донъя йөгөн бер үҙе тартһа ла хәленән килә. Көндәлек эшен көнөндә ослап ҡуйырға ярата, әгәр тамамлап өлгөрмәһә йәки оҙайлы эшкә тотонһа, уны өсөн хатта ашау-эсеү ҙә, ял да юҡ. Гел генә: “Эш бөткәс, уйнарға ярай”, – тип ҡабатларға ашыға. Балаларына эш ҡушһа ла гел: “Иртә торған – отҡан, һуң торғаны – отолған”, – тип өләсәһенән ишеткән әйтеме менән тамамлап ҡуйырға ярата.
Һәр саҡ үҙе лә йорт, кәртә-ҡура араһындағы эште бик иртә тороп эшләп бөтә лә совхоз эшенә сығып та китә. Ҡатыны уның өҫтәл янында хатта оҙаҡлап ултырып ашағанын да бик һирәк кенә күрә. Оло ҡәйнәһе һәр саҡ килене Вазифаның Әлтәфкә һораулы ҡарашын тойоп алһа, ҡаты һүҙҙән ейәнен ҡурсып: “Хөкүмәт кешеһе бит, ни эшләйһең инде, берәй ашығыс эше барҙыр, моғайын”, – тип әйтергә ашыға.
Артабан һүҙ бөттө, тигән шикелле, киң итәкле, әберсәле күлдәгенең әберсәһенән тотоп алып, оҙон итәктәре эш эшләргә ҡамасауламаһын тигәндәй, иртән торған ыңғайы биленә эләктереп алған алъяпҡысының билдегенә ҡыҫтыра ла аш өйөнән сығып китә.
Маһира әбей, йәше байтаҡҡа китеп барһа ла, ныҡ баҫып йөрөгән, тулы кәүҙәле, бер генә лә буш ултырып сыҙамаған кеше. Уның йәше тураһында ҡыҙыҡһыныусылар булһа, бер генә һөйләм менән ауыҙҙарын йомдороп уҡ ҡуя.
– Ҡартайған урыҫ ҡартайһын, яусы булып, бабайға бирергә йыйынмайһыңдыр бит, – тип, уйынлы-ысынлы әйтеп, әлеге яратҡан ғәҙәте буйынса, тубыҡ тапҡырынан итәген бөрөп тотоп китергә ашыға.
Әле бына шундай ил инәһе йәшенә еткән Маһира әбей менән атаһы ҡулында, тик эш өсөн генә тип әйтерлек тәрбиәләнгән Әлтәфтең дә артыҡ хистәргә бирелеп барған кеше түгеллеген тойорға була ине, ләкин ситтән күҙәткән кеше булһа, әлеге минутта уның вагонда түгел, ә ҡайҙалыр уйҙары менән алыҫта, улай ғына ла түгел, үткәндәрҙә булыуын һиҙер ине. Ысынлап та, ул бынан ҡырҡ йылдан ашыу элек булып үткән ваҡиғалар эсендә: йөҙөндәге рәнйеү ҡатыш албырғаулы сырай уның күңелһеҙ хәтирәләргә бирелеүен һиҙҙерә ине.
3
Гөләндәмде ул үҙен белә башлағандан алып ярата ине, шикелле, бәләкәй генә Сыйырсыҡ ауылында күрше генә йәшәнеләр. Балалар баҡсаһы булманы: балаларҙы ике күрше лә, һөйләшкән кеүек, һәр саҡ Маһира әбейгә ҡалдыралар ине. Йәштәр эшләй. Маһираны әбей тиһәләр ҙә, йәше яңы иллегә яҡынлай, әбей тип әйтерлек түгел, шыңғырлатып көлөп ебәрһә, тол ҡалып ике баланы яңғыҙ үҫтергән тол ҡатындың әле түгелеп бөтмәгән ҡатын-ҡыҙға ғына хас наҙҙың сағылыуын шәйләр ине лә, ир наҙы, ир иркәләүен иңендә тойорға теләп сарсап ҡартайып барған ҡатынды таныр ине. Ни эшләйһең инде... Яҙмыштың яҙылған сағында бер бите тулы буш ҡалып, бары бер генә һүҙ – ”һуғыш...” тип уйылыуында уның ғәйебе юҡ. Ә бына тере йән эйәләре һәр саҡ үҙҙәренең икенсе яртыларын эҙләр булыуы ғәйеп түгел. Эҙләп тапҡаны яҫтығын шатлыҡ хистәре менән йыуһа, таба алмағаны уны һағыш йәштәре менән сайҡата. Маһира әбей бына шундай кеше ине. Балаларҙың һәр береһен ихлас ҡараны, айырманы – бөтәһе лә уның үҙ балалары кеүек, әйтерһең, уның йән һөйгәне менән бергә тапҡан ғәзиздәре.
Ауылдағы барлыҡ кешегә – фермала ғына эш: малсы, һауынсы, ҡарауылсы, ашнаҡсы. Ауыл бәләкәй булғанға күрә, теләүселәрҙең бөтәһенә лә эш етә, өҫтәүенә магазин, медпункт та бар. Бәләкәй генә ауыл булһа ла, Әлтәф тыуған йылда башланғыс мәктәп тә төҙөп ебәрҙеләр. Ике йәш кенә уҡытыусы килде, шуларҙың икеһе лә Маһира әбейҙең өйөнә - урынлашты, ә әбей үҙе кейәүе Насирға килеп, балаларҙы шунда ҡараны. Насир яңы ҙур ғына өй һалып сыҡҡан ине. Бына шул бик килешеп ҡалды. Уҡытыусыларҙы өйгә индергән өсөн ике йөк утынын кейәүенә ауҙартты. Уҡытыусыларҙың үҙҙәренә айырым килтергәйнеләр: Насир утын быса торған, үҙе яһаған станогына һалып көн дә ҡатыны Сәлимә менән быса башланы. Бысып бөткәс, теге уҡытыусы ҡыҙҙар ҙа үҙҙәренә бысып алды. Уларға йәш егеттәр, үҫмерҙәр ярҙам итте. Ни хәл итәһең, йәшлек... Уның үҙенең ҡанундары – ул яҙылғанына ла, ололарҙың яҙылмағанына ла буйһонмай. Әгәр шулай булмаһа, уны тиле йәшлек тимәҫтәр ине.
Ауыл халҡы совхоздың бер бүлексәһе булып алтмышынсы йылдар аҙағына тиклем йәшәне, тик тора-бара халыҡ күбәйеп, эш йәшендәгеләр өсөн эш тә етмәй башлағас, ҡайһы берәүҙәр тәҙрәләренә арҡыры таҡта ҡатып, ҙурыраҡ ауылға, совхоз үҙәгенә күсә башланылар. Ауылға килгән түрәләр мәктәп йортонда йыйылыш үткәрәләр, ҡайһы берҙә һөйләшәһе, хәл ителәһе мәсьәләләр күп булып китһә, бик оҙаҡ ултыралар ине. Бындай саҡта Маһира әбей ҙә, ҡыҙы ла сыҙамай башлайҙар. Ағаһы Басирға ҡарағанда Әлтәф сосораҡ тойолдомо, өйҙәгеләр ваҡ-төйәк йүгереп эшләйһе йомошҡа уны йүгертә ине. Аҙаҡ Басирға эш ҡуша башлаһалар, “Ана, Әлтәф”, – тип, эшләмәү яғында торҙо, түрәләр менән булған йыйылышта ла, оҙаҡлаһалар, Әлтәф ағаһының ҙур итеген кейеп ала ла мәктәпкә ҡарай йүгерә. Барып бүлмәнең ишеген асыу менән, танауға тәмәкенең әскелтем төтөнө бәрелә, бүлмәлә лә зәңгәр төтөн, тағы әллә ниндәй әскелтем еҫтәрҙе еҫкәргә лә, әсе итеп һүгенгәнде лә ишетергә була. Совхоз директоры бер нисә тапҡыр тыйып киҫәтә лә:
– Беҙ сивилизатсия тигәнеңдән алыҫ, беҙгә планкыңды, иптәш директыр, төшөрөңкөрә, –тип, тыраж ҡушаматлы Рәхимйән ағай ауыҙын ослайтыңҡырап, теш араһынан серт итеп төкөрөп тә ебәрә.
Директор, себен ҡыуған кеүек, ҡулын һелкә лә, ҡабат өндәшмәй.
Әлтәф инеү менән, берәй шаянырағы:
– Әсәй сәйгә ҡайтырға ҡушты, ә май юҡ, бешһәләр ҙә төшмәй, – тип ҡысҡырып ебәрә.
Насир ағай:
– Үәт маладис, хәҙер ҡайтам, бар йүгер,– тип, улын ҡайтарып ебәрә.
Әлтәф әйтергә өлгөрмәһә лә, ҙур эш башҡарғандай, атаһы кеүек башын һыйпап ала, унан уң ҡулының еңенә йүгереп килеүҙән еүешләнеп ағырға әҙерләнгән танау аҫтындағы еүешен һөртә лә сығырға борола, унан еңенә ҡарап ала ла, уң ҡулы менән ҡулын салбарына һөрткән кеүек хәрәкәт яһап, сығып китә. Эстәгеләр геү килеп көлөшөп алалар. Ғилман ҡарттың:
– Әл дә ошо малай бар, беҙҙе ял иттереп ала. Бер көлөү – бер көнлөк ял бит ул, – тигән тауышы ишетелә.
4
Ололар өсөн эш булһа ла, ауылда балаларға ваҡыт уҙғарырға, ял итергә бер генә урын юҡ. Балалар баҡсаһы ла юҡ. Өлкәнерәк балалар йәйгеһен, еләк, муйыл йыйып, күршелә генә ятҡан ауылға алып барып һата йә берәй кәрәкле әйбергә алмаштыра. Ул ауылдың балалары, ололары, баҙар етһә, көйәнтәләп сейә, бәшмәк килтереп һата. Баҙар күрше ауылда ғына булғанға, Сыйырсыҡ ауылынан аша үтәләр, юл ыңғай ҡайһы бер ҡатындар сейә лә һатып алып ҡала. Август, сентябрь айҙарында балалар әсәләре менән муйыл, ҡомалаҡ йыйырға йөрөй. Йыйған емеш, ҡомалаҡтарын күрше генә урынлашҡан урыҫтар йәшәгән ауылға алып барып һаталар, сөнки ул ауылда һаҙлыҡлы, муйыл ағасы үҫкән йылғаһы юҡ. Бәләкәй генә Гаврош йылғаһы буйында талдан башҡа ағас үҫмәй. Ауыл ҡатындары күрше ауыл аша был шөғөлгә йөрөргә яратмай, ә йыйып алып килеүселәрҙең муйыл, ҡомалаҡтарын ихлас һатып алып ҡалалар, хатта көтөп алалар ине. Был ауылды Әлтәф бала сағында, хатта үҫмер йылдарында ла ололарҙан исеме менән әйткәндәрен ишеткәне булманы. Олоһо ла, кесеһе лә “урыҫ ауылы” тип кенә йөрөттөләр. Тик ҡулына уҡыу йортон тамамлап, дипломлы белгес булып совхозға эшкә ҡайтҡас, эш буйынса ауылға көн дә ат менән барырға тура килгәнгә, мәңге онотмаҫлыҡ итеп хәтерендә ҡалды. Ауылды Буранный тип йөрөттөләр. Ниңә улай ҡушҡандарҙыр, әйтә алмай. Бер өләсәһенән һорағайны, ул да әйтә алманы.
– Әллә, бурандан ышыҡлар өйәңкеләр, ҙур тирәктәр, йылға буйы тулы ағастары булмағанғалыр, бер ҙә уйлағаным булманы. Исеме лә Буран бит, – тиеүҙән ары үтмәне.
Кешеләрҙең һөйләүенә ҡарағанда, ул ауылдың элекке исеме улай булмаған, шикелле. Байтаҡ йылдар уны ике исем менән йөрөткәндәр. - Һуңғы йылдарҙа бына шул исем менән генә йөрөтәләр. Шулай ҙа ул ауылдың исемен дә, эскән һыуының тарихын да белде ул, хатта уйламағанса, бик тиҙ белде. Бер ваҡыт Өфөгә ниндәйҙер кәңәшмәгә делегация барҙы, улар араһында Әлтәф тә бар ине. Барғас, бөтәһен дә ҡунаҡханаға урынлаштырҙылар, Әлтәфкә үҙе менән барғандар араһында бер бүлмәгә эләгеү насип булманы. Уны күрше район делегаттары менән һалдылар. Бына шул ваҡыт үҙе менән бүлмәләш оло ғына ағай менән танышып китте. Бик күп нәмәләр, бигерәк тә эшкә ҡағылышлы нәмәләр тураһында һөйләшергә тура килде. Теге ағай, Урал Латипович (шулай тип таныштырғайны) күберәк үткәндәрҙе һөйләргә яратҡанын да аңғарҙы Әлтәф. Өләсәһе лә дөрөҫкә яҡын фекер әйткән, тик айырма шунда: ваҡиға Пугачев яуына барып тоташа. Имеш, Пугачев ғәскәренә барып ҡушылыр өсөн сыҡҡан отряд аҙашып, ошо ауыл урынлашҡан ергә килеп сыға, араларында үҫмер йәшенән яңы үткән Гаврила исемле егет тә була. Бына шул егет иң алда йылғаны күреп ҡалып, иптәштәрен саҡыра, артабан юлдарында осраған ҙурыраҡ ағасҡа, ташҡа билдәләр һалып юлдарын дауам итәләр. Бола баҫтырылғас, шуларҙың бер нисәһе батшаның ебәргән каратель отрядтарынан ҡасып ошонда килеп йәшенә, сөнки, ҡыш булһа, бында гел генә буран, ә йәй етһә, ҡыуан елдән башҡа күренеш юҡ. Йылғаның эргәһе түмгәкле батҡаҡ, үтә сығыу мөмкин түгел икән, өҫтәүенә шыр таллыҡ. Шулай итеп, тәбиғәт күрһәткән исем ауыл исеме булып, ә йылғаға теге егеттең исеме ҡушылған: Буранный, Гаврош. Бына Буранныйҙың тәүге исеме бер батырҙың исеме менән бәйле ине, шикелле, бына быныһын инде бер нисек тә хәтерендә һаҡламаған. Бына шул ауылға Әлтәф өләсәһе, ағаһы менән гел генә муйыл һатырға йөрөрҙәр ине. Насир ағай:
– Әйҙә, баҙарға ғына илтәйем ат менән ,– тиһә лә, өләсәһе тыңламаны.
– Ҡуй, бер сыҡҡанда белештәрҙе лә күреп, хәлдәрен белеп ҡайтам, оҙаҡлаһаҡ – көтмәгеҙ, бәлки, йоҡлап та ҡайтырбыҙ, шулай бит, Басир, – тип, оло ейәненә ҡарап, ҡаш һикертеп ала.
Өләсәһе уның шундай дәртле кеше ине, бер ҙә “арыным” тип шыңшып, ыңғырашып йөрөмәне. Һыҙланып та йөрөмәне, шул урыҫ ауылына ла гел генә йәйәү бара, юлда берәйһе осрап, ултыртырға теләһә:
– Ана малайҙарҙы ултырт, аяҡ ойотоп ултыра буламмы инде,– тип, тороп ҡалып, йәйәү барып етә.
Барғас, иң алда таныштарына туҡтала ла, һүҙҙе алыҫтан башлап, хәл-әхүәл һорашып, яйлап ҡына сәй эсеп ала, маңлай тирен яҙып бәйләгән яулығының аҫҡы осон тартып бик ентекләп һөртә лә унан:
– Һүҙгә әүрәп онота ла яҙғанмын, – тигән булып, үҙенең ни өсөн килеүен әйтә, ә Басир менән Әлтәф ошо минутты еткерә алмай йыбанып бөтәләр.
Был һүҙҙәрҙе ишетеү менән, улар үҙҙәре күтәреп килгән әйберҙәрен япҡан яулыҡтарын сисеп ебәрәләр, әйтерһең дә, улар янына һатып алыусы килгән. Таныштары үҙенең балаларын тиҙ генә күрше-тирәгә хәбәр итергә ебәрә. Бында ла үҙ тәртибе бар: улар йыл да бер үк кешеләргә әйтәләр, һәм улар, мотлаҡ шулай тейеш тигән кеүек, килеп алып та китәләр. Баҙарҙағы кеүек сауҙалашыу юҡ. Малайҙарҙы ла онотмайҙар, уларға һура торған кәнфит эләгә. Улар өсөн иң ҡыуаныслы мәл – ошо. Ҡайһы берҙә улар муйыл йә ҡомалаҡтарын ҡыяр-һуғанға ла алмаштыра ине. Бындай һатыу сәфәренә уларға ҡайһы берҙә Гөләндәм дә эйәрә. Ҡайһы берҙә генә инде, сөнки әсәһе уны “Муйыл һатып байый торғаның юҡ, ана, атайың тапһын аҡса, нимә өсөн ул, ир – ғаилә башлығы”, – тип ебәрмәй. Гөләндәм һатыуҙан бигерәк, үҙенең тиҫтерҙәре менән бергә булыу теләгенән ынтыла. Уның муйылын да өләсәһе үҙе һатып, аҡсаһын уға бирә. Өләсәһен әсәләре Сәлимә:
– Инде олоғайҙың, әсәй, йөрөмә әле шул кәсебең менән, хәҙер бөтә нәмә лә етешә лә инде, – тип тыйып та ҡарай.
– Беренсенән, хәрәкәттә – бәрәкәт, икенсенән, берҙе ике итергә ынтылмаһаң, үҙенән-үҙе генә ике булмай ул, – ҡыҙы уға аптыраған кеүек ҡарағандай тойолһа, – өсөнсөһө лә бар әле. Күптән инде Зуяны күргән юҡ, һағындырҙы. Йылына бер генә осрашабыҙ бит, әллә оноттоңмо? – тип, ҡыҙына һораулы ҡараш ташлай.
Уныһы, мәйелең, әйҙә, тигән кеүек ҡул һелтәй ҙә йә китеп бара, йә һүҙҙе икенсегә борорға ашыға. Бына шулай улар йыл да бер үк ваҡытта урыҫ ауылына барып, тәмле, ҡап-ҡара булып бешкән һутлы муйылдарын һатып, кеше күреп, урыҫ малайҙары менән уйнап, ҡайһы берҙә йоҡлап та ҡайталар ине.