Бөгөн Рәсәй Президенты инаугурацияһында ҡатнашҡан хирург, профессор, медицина фәндәре докторы Вил Тимербулатов тантананан алған тәьҫораттары һәм күҙәтеүҙәре менән уртаҡлашты. Вил Тимербулатов һөйләүенсә, Владимир Путиндың бөгөнгө телмәрендә ул бик мөһим мәлгә иғтибар итте. Атап әйткәндә, Владимир Путин һайланған президент булараҡ һайлау алды кампанияһы барышында вәғәҙә ителгәндең барыһын да эшләйәсәген белдерҙе. “Илебеҙ үҫешһен һәм Рәсәйҙең һәр гражданы яҡшыраҡ йәшәһен өсөн” мөмкин булғандың барыһын да эшләйәсәк һәм хеҙмәт итәсәк. “Белеүегеҙсә, халыҡтың 87 проценты үҙ лидеры өсөн тауыш бирҙе. Бындай хәлдең бер ҡасан да булғаны юҡ ине, һәм Президент Владимир Путин был ышанысты юғары баһалай. Хәҙер беҙ эҙмә-эҙлекле алға барырбыҙ, тип уйлайым. Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, үҙ суверенитетыбыҙҙы, азатлығыбыҙҙы һаҡлаясаҡбыҙ. Дәүләт башлығы әйтеүенсә, “Рәсәйҙең киләсәген беҙ үҙебеҙ бөгөнгө һәм киләсәк быуындар өсөн билдәләйәсәкбеҙ”. Минең уйлауымса, был бөгөн Президентыбыҙ әйткәндәрҙең иң мөһиме“, – тине ул. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Вил Тимербулатов Владимир Путиндың ышаныслы кешеләре исемлегенә ингән. Унда бөтәһе 346 кеше бар. Башҡортостандан улар – хирург, профессор, медицина фәндәре докторы Вил Тимербулатов, Республика инженер лицей-интернатының химия уҡытыусыһы Айнур Ғүмәров, Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры Данияр Абдрахманов, шулай уҡ республиканың халыҡ артисы Рушанна Бабич. Фото: "Башинформ".