Бөгөн Мәскәүҙә, Кремль һарайында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың инаугурацияһы уҙҙы. Тантананан һуң Рәсәй Президенты илебеҙ граждандарына мөрәжәғәт итте һәм тәү сиратта бөтә төбәктәрҙәге рәсәйҙәргә, әле Ватан өсөн көрәшеүселәрҙең барыһына ла рәхмәт белдерҙе. – Президент вазифаһына инеүҙең ошо тантаналы һәм яуаплы минуттарында илебеҙ төбәктәрендә Рәсәй граждандарына, Тыуған илебеҙ менән бергә булыу хоҡуғын яҡлаусы тарихи ерҙәрҙә йәшәүселәргә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, Ватан өсөн көрәшеүселәрҙең һәммәһенә лә рәхмәт әйткем килә. Миңә күрһәтелгән ышанысығыҙ һәм ярҙамығыҙ өсөн тағы ла бер тапҡыр рәхмәт әйтәм. Рәсәй яҙмышын бөгөнгө һәм киләсәк быуындар хаҡына үҙебеҙ генә билдәләйәсәкбеҙ. Ауыр, һынылышлы осорҙо лайыҡлы үтербеҙ, тағы ла көслөрәк булырбыҙ тип ышанам”, – тине Владимир Путин. Был – оло хөрмәт, бурыс һәм изге бурыс, тип белдерҙе дәүләт башлығы. – Рәсәй халҡының мәнфәғәттәре, именлеге киләсәктә лә минең өсөн барыһынан да өҫтөнөрәк булыр тип ышандырам. Миллионлағ