337. Йәннәттә ниндәй йылғалар бар?
Яуап: Һыуы боҙолмаҫ; тәме үҙгәрмәҫ һөт йылғалары; эсеүселәр өсөн ләззәтле булған хәмер йылғалары; саф таҙа бал йылғалары.
Аллаһ әйтте مَثَلُ الْجَنَّةِ الَّتِي وُعِدَ الْمُتَّقُونَ فِيهَا أَنْهَارٌ مِنْ مَاءٍ غَيْرِ آسِنٍ وَأَنْهَارٌ مِنْ لَبَنٍ لَمْ يَتَغَيَّرْ طَعْمُهُ وَأَنْهَارٌ مِنْ خَمْرٍ لَذَّةٍ لِلشَّارِبِينَ وَأَنْهَارٌ مِنْ عَسَلٍ مُصَفًّى وَلَهُمْ فِيهَا مِنْ كُلِّ الثَّمَرَاتِ وَمَغْفِرَةٌ مِنْ رَبِّهِمْ "Тәҡүәлеләр өсөн әҙерләнгән Йәннәттең миҫалы ошолор. Унда һыуы боҙолмай торған йылғалар, тәме үҙгәрмәҫ һөт йылғалары, эсеүселәр өсөн ләззәтле булған хәмер йылғалары һәм саф таҙа бал йылғалары булыр. Һәм унда улар өсөн бөтә төр мәйүә-емештәр әҙерләнгән. Һәм уларға Раббыларының мәғфирәте (ярлыҡауы) булыр". Мүхәммәд сүрәһе, 15-се аят
Фәйсал ибн Мисфир исемле ғалимдың Истидләл ғәлә кәнзил-атфәл китабынан тәржемә ителде Тәржемә итте Әбү Әхмәд ҒәбдүлҒәлим Әл-Бәшҡурди https://t.me/kanzulatfalbashkortsa