Даими йүтәл, тын быуылыуы, күкрәктә ауыртыныу тойоу, тауыш ҡалтырауы, ғыжылдау, йоҡлағанда хырылдау – бөтә был билдәләр кешенең организмында тын алыу системаһында хәүефле сир үҫешеүе тураһында һөйләй. Үпкә – кеше организмының иң мөһим ағзаларының береһе. Кеше тын алмайынса йәшәй алмай. Үпкә пар ағзаларҙың береһе, иң күләмлеһе, әммә ул һис тә ауыр түгел, ир-ат үпкәһе уртаса 840 грамм тәшкил итә, ҡатын-ҡыҙҙыҡы – 640 грамм. Статистика буйынса, бөтә сирҙәрҙең 45 проценты тап үпкәгә һәм бронхтарға тура килә. Ауырыуға ғына түгел, тирә-яҡтағы кешеләргә лә сир ҙур уңайһыҙлыҡ килтерә. Табипҡа күренеүҙе кисектерергә ярамай, ваҡытында дауаланырға кәрәк. Организмдың һәр күҙәнәге кислородҡа мохтажлыҡ кисерә. Ә үпкә ҡан менән атмосфера һауаһы араһында газ алмашыныуын тәьмин итә. Бронхиаль астма, пневмония һәм үпкәнең хроник обструктив сире проблемаларына йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү өсөн Рәсәйҙә 6 майҙан 12 майға тиклем Үпкә сәләмәтлеген һаҡлау аҙналығы иғлан ителгән дә инде. Ваҡытында дауа