“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Йылайыр үҙәк район дауаханаһына яңы ҡорамал алынды. Программаның маҡсаты асыҡ – медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлеген арттырыу. Хәҙерге заман гинекологияһын кольпоскопиянан башҡа күҙ алдына килтереүе лә ауыр. Был ысулдың мөмкинлектәре ифрат күп: ҙур мәғлүмәткә эйә, бер ниндәй ауыртыныу тыуҙырмай, уңайлы. Киңәйтелгән кольпоскопия ярҙамында яман шештәрҙе диагностикаларға мөмкин. Утыҙ йәште уҙған ҡатын-ҡыҙ йыл һайын был тикшереүҙе үтә ала. Әгәр анализдарҙа күҙәнәктәрҙең патологик үҙгәреше асыҡланһа, ҡан китеү осраҡтары күҙәтелһә, енси ағзаларҙа ауыртыныу барлыҡҡа килһә, өҫтәмә рәүештә тикшеренеү үтергә ҡушыуҙары ихтимал. – Мин яңы заманса ҡорамалда пациенттарыбыҙҙы тикшерә алыуыбыҙға шатмын. Бындай мөмкинлектең булыуы, тәрән диагностика үткәрә алыу ауырыуҙарҙың һаулығын һаҡлауҙа ҙур аҙым, - тине дауахананың гинекология бүлексәһе акушер-гинекологы Елена Парфенова. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.